

Быны үҙ районыбыҙ миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балға тапшырған егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала, физкультура һәм спорт буйынса республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә уңыштарыбыҙ һоҡланырлыҡ, балаларҙың бейеү ансамблдәре төрлө конкурстарҙа еңеү яулай, үҙәк дауаханала һаулыҡ һағында тороусыларҙың күбеһе ра-йон мәктәптәрен тамамлаған элекке уҡыусыларыбыҙ.
Оло йәштәгеләр ҙә иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. 2020 йылдың 1 октябрендә республика Башлығы Радий Хәбиров "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектын иғлан иткәс, бар ғүмерен эшкә, ғаиләһенә арнаған, 55 йәшен тултырған ҡатын–ҡыҙҙар һәм 60-ты аша атлаған ир-аттарға дәүләт иҫәбенә йылына бер тапҡыр сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеге асылды. 5 йыл эсендә ошо проект сиктәрендә 662 райондашыбыҙ Өфө ҡалаһының тарихи үҙәктәрендә, Милли музейҙа булырға, Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнашырға, бер нисә тапҡыр Торатауға күтәрелергә, Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөҙөргә, төрлө райондар буйлап сәйәхәт итергә өлгөрҙө. Быйыл ошо файҙалы ла, кәрәкле лә проектты тормошҡа ашырыуҙа яуаплы, ра-йон хакимиәте белгесе Зәлиә Рәмиз ҡыҙы Сәйфуллина етәкселегендә 95 кеше ике турҙа Торатау шиханында, Стәрлетамаҡ районының Кантюковка ауылында урынлашҡан иң матур мәсеттәрҙең береһе булған "Сафия" мәсетендә, Дәүләкән ҡалаһындағы крайҙы өйрәнеү музейында, гүзәл Асылыкүл буйында, Шишмә районында урынлашҡан Турахан кәшәнәһендә булып, Башҡортостаныбыҙҙың матур тәбиғәтенә һоҡланды, бай тарихы менән танышты, үҙ-ара аралашып, дуҫлашып, илһам, көс алды һәм тормошҡа позитив ҡараш тупланы.
Асылыкүл буйында булыу миндә лә ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Белеүебеҙсә, Асылыкүл - Башҡортостандағы иң ҙур күл. Уның оҙонлоғо - 7, киңлеге 4,8 километр, тәрәнлеге 5-8 метрға етә, уны уратып алған тау-урмандарҙа 100-ҙән артыҡ төр ҡош йәшәй, "Ҡыҙыл китап"ҡа кергән өс тиҫтәгә яҡын үҫемлек үҫә. 1974-1984 йылдар арауығында, күл янындағы һаҙлыҡтан торф сығарғанға тиклем, уны пеликандар ҙа төйәк иткән. Ваҡыты-ваҡыты менән өйөр-өйөр балыҡтар күлдә йәшәп ала ла юҡҡа сыға, был күпте күргән яҡын-тирәлә йәшәүселәрҙе ғәжәпкә һала. Матур төбәктәге экосистеманы аяҡҡа баҫтырыу өсөн 2017 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан 16 миллион һум аҡса ла бүленгән булған.
Асылыкүл Шүлгәнташ мәмерйәһе кеүек төрлө легенда, эпостарҙа урын алған тәбиғәт ҡомартҡыһы. 1843 йылда Владимир Даль легендаларға нигеҙләнеп "Башҡорт Һыуһылыуы" тигән әҫәрен ижад итһә, 1909 йылда Асылыкүл буйында ял иткән Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Мәжит Ғафури тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгән ҡурайсыларҙан "Заятүләк менән Һыуһылыу" тигән эпос-ты яҙып ала. Легенда буйынса Асылыкүл һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Һыуһылыу ер улы Заятүләккә ғашиҡ була. Егет һөйгәне артынан һыу аҫты батшалығына төшә, ләкин тыуған ерен ныҡ һағына, яратҡан Балҡантауына оҡшаш тау яһап ултыртыу ҙа уның һағышын баҫа алмай. Һыуһылыу һөйгәне менән ерҙә йәшәргә риза була…
Заятүләк менән Һыуһылыуҙың ҡәбере Балҡантауҙың иң бейек түбәһендә булып, тауҙы ла хәҙер ике исем менән - Балҡантау һәм Заятүләктау тип йөрөтәләр икән.
Икенсе бер легенда буйынса Асылыкүл элекке диңгеҙҙең ҡалдығы тип иҫәпләнә. Ысынлап та, диңгеҙ ярында ғына булғанынса, бында бер туҡтауһыҙ тулҡындар ярға ҡаға, диңгеҙ һауаһын һулайһың, күлдең төбө лә ташһыҙ, күҙҙең яуын алып зәп-зәңгәр булып ята. Күл дә, унан өҫтәрәк урынлашҡан "Гөлбикә шишмәһе" лә минераль сығанаҡлы, эргә-тирәһендәге ләм остеохондроз, артрит сирҙәрен дауалай һәм күл буйында ял итеүселәр бынан рәхәтләнеп файҙалана икән.
Асылыкүлгә яҡын ғына "Шарлама" шарлауығы бар, уның янында айырым да, күмәкләшеп тә иҫтәлеккә фотоға төштөк, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял иттек, күңелдәребеҙҙе бөтәйттек.
Артабан Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар музейына, Турахан кәшәнәһенә юл тоттоҡ. Башҡорт милли орнаменттары, милли колорит менән төҙөлә башлаған музей, милли аҙыҡ-түлек кенә тәҡдим ителгән кафела туҡланыу, кинофильм ҡарау, аҙаҡ 500 йыл элек XIV-XV быуаттарҙа төҙөлгән Турахан кәшәнәһен күреү, уның тарихы менән танышыу күңелдә бөтмәҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Турахан кәшәнәһе юнғыслап эшкәртелгән киҫәкле аҡ таштарҙан һалынған. Таштар бер-береһенә эзбиз иретмәһе менән беркетелгән. Стеналарҙың ҡалынлығы 1 метрҙан ашыу. Был ҡоролма "хөкөм урыны" булғандыр, тигән фекер йәшәй. Эргәһендә таш мәсет торған. Мәсет менән Турахан кәшәнәһе, моғайын, бер бөтөн йола башҡарыу ҡоролмаһын хасил иткәндер, тигән фекер бар. Ә инде бинаның тышҡы яҡ стенаһы буйында ергә һеңеп бөтә яҙған яҫы таш һаҡланған. Унда боронғо күфә стилендәге ғәрәп хәрефтәре менән уйып яҙылған һүҙҙәр бар. Яҙманан аңлашылыуынса, был ергә Турахандың ҡатыны Сәхибъямал ерләнгән тип фараз итергә була.
Был тарихи шәхес хаҡында бер нисә фекер йәшәй. Береһе буйынса Турахан Сыңғыҙхан тоҡомонан булған. Себер ханы Күсем хакимлығы аҫтында Тубыл яҡтарында күсмәселектә көн иткән. Ләкин бер заман туған-тыумасаһы менән аралары боҙолған, һәм Турахан, 8000 тирмәле урҙаһын алып, Көнбайыш Себерҙән Башҡортостанға, Ҡариҙел йылғаһы яғына йүнәлгән. Ул замандарҙа башҡорт ерҙәре әлегенән күпкә киңерәк булған һәм башҡорттар Тубыл тирәһендә лә йәшәгән. Ҡазан ханлығы хакимиәтенә буйһонғанын белдереп, бер аҙҙан Ыҫлаҡ йылғаһы буйына барып төпләнгән. Икенсе фекергә ярашлы, Турахан үҙе кеүек көслө һәм ҡеүәтле Басман тигән нуғай ханының бер туғаны булған. Басман хакимлығына 17 мең тирмәлек халыҡ ҡараған. Уның биләмәләре Урал тауының ике яҡ итәгендә лә йәйрәп ятҡан. Турахан хәҙерге Түбәнге Тирмә ауылы тирәһендә бер-береһенә дошман Бей Түрә һәм Алтаҡар тигән нуғай хандары араһында тоҡанған яуҙа үлтерелгән.
Оло йәштәгеләргә Башҡортостаныбыҙҙың ошондай тарихи урындары менән танышыу, матур урындарын күреү мөмкинлеге биргән сәйәхәттәр ойошторолоуына рәхмәтлебеҙ.
Рәмзиә МОНАСИПОВА,
мәғариф ветераны.