+28 °С
Болотло
-2025 йылда беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһының күп төрҙәре артығы менән етештерелде. Был тағы ла бер нисә йыл һаҡланасаҡ. Етештереүҙе дауам итеү өсөн экспортты артабан да үҫтерәсәкбеҙ. – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Шуны билдәләү мөһим: Башҡортостандан экспортҡа киткән ауыл хужалығы продукцияһы структураһында май продукцияһы күпселекте биләй.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.