+2 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Октября 2025, 07:50

Өфөлә пенсионер ҡатын миллион ярым һумға алданған.

Ул танышыуҙар сайтында теркәлгән. Йәнәһе лә сит илдән булған кеше менән танышҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google

Ир кеше Рәсәйгә күсеп килергә һәм уға өйләнергә теләүе тураһында яҙған. Бының өсөн ҙур ғына аҡса кәрәк булыуын әйткән.

Матур һүҙҙәргә ышанған ханым бер нисә ай эсендә миллион ярым һум күсергән. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған. 

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре халыҡты абай булырға, сит кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе бирмәҫкә, төрлө шикле сайттарҙа теркәлеүҙән тыйылырға кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас