+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2025, 14:55

Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте

Пленар ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш тармағының кадрҙар ихтыяжы проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү механизмдарын тикшерҙе.

Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үттеӨфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте
Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте

Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусында йыл һайын үткәрелеүсе «Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә кадрҙар потенциалын үҫтереү» форумы уҙҙы. Сара бер майҙансыҡта Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Силәбе, Һамар ҡалаларының бизнес, власть органдары һәм һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәрен йыйҙы.

Ойоштороусылар булып ғәҙәттәгесә Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы һәм «Башҡортостан төҙөүселәре» ассоциацияһы сығыш яһаны.

Пленар ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш тармағының кадрҙар ихтыяжы проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү механизмдарын тикшерҙе.

БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәте буйынса, бөгөн төбәктә төҙөлөш тармағы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн белгестәр әҙерләүҙе 33 колледж, бер юғары уҡыу йорто һәм ике филиал алып бара.

Ошо концепцияны тормошҡа ашырыу буйынса «юл картаһы» тураһында Милли эҙләүселәр һәм проектлаусылар берекмәһе аппараты етәксеһе урынбаҫары Надежда Прокопьева һөйләне.

«Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә «Төҙөлөш һәм юл хужалығы» мәғариф-производство кластерын булдырыу тәжрибәһен «СредВолгСтрой»ҙың генераль директоры Светлана Демьянова (Һамар ҡалаһы) уртаҡлашты.

Өфө нефть университетын үҫтереү программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов юғары уҡыу йортоноң төҙөлөш тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү тәжрибәһе тураһында һөйләне.

Ултырышта ҡатнашыусыларҙың фекере бер иш: кадрҙарға инвестициялар һалырға, уларҙы мәктәп һәм студент эскәмйәһенән тәрбиәләргә, белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн ярҙамсы саралар ҡулланырға кәрәк.

Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр үтте. Профессиональ бизнес-тренерҙар төҙөүселәр һәм HR-белгестәр өсөн һөҙөмтәле әңгәмәләр ойоштороу, идара итеү менеджменты инструменттары буйынса практикумдар үткәрә.

Бынан тыш, форумда республика төҙөлөш профилендәге колледждар үҙҙәренең экспозицияларын ҡуйҙы. Теләге булғандар уҡыу йорттары эшмәкәрлеге менән таныша, уларҙың вәкилдәре менән аралаша алды.

Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте

Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте
Өфөнөң Вуз-ара кампусында кадрҙар потенциалын үҫтереү буйынса форум үтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас