+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2025, 04:35

Йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән

"Беренсе республиканың йөрәге" йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙең икенсе этабын Баймаҡ районының Темәс ауылында "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты (национальный проект "Инфраструктура для жизни") ярҙамында тамамланылар. 

Бында магазиндарҙың эргә-тирәһе ремонтлаған, сауҙа итеү өсөн айырым урындар йыһазландырылған. Шулай уҡ асфальт-бетон япманан йәйәүлеләр өсөн уңайлы юл һалынған, гирляндалар эленгән, биләмә йәшелләндерелгән.

Былтыр киңлектә балалар майҙансығы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн зона, туҡталҡа булдырылған, беседкалар, бәләкәй архитектура формалары, сүп-сар өсөн урналар ҡуйылған, ағастар ултыртылған. Билдәле булыуынса, Темәс ауылы 1919 йылда ойошторолған Башҡорт Совет Республикаһының тәүге баш ҡалаһы. Шуға ла биләмә "Беренсе республиканың йөрәге" тип атала.

Башҡортостанда 2025 йылда бөтәһе 100 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелә, уҙған 2019 - 2024 йылдарҙа 806 биләмә яңыртылған.

"Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү: торлаҡ һәм юлдар төҙөү, ремонтлау, йәмәғәт, ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, социаль һәм коммуналь инфраструктура булдырыу, яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанын арттырыу.

Яңыртылған милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас