“Ормед” ҡоролмаһы - механотерапия өсөн медицина ҡорамалы. Ул умыртҡа һөйәгенә, уның эргәһендәге туҡымаларға йоғонто яһауҙың төрлө алымдарына эйә. Аппараттың төп тәғәйенләнеше – умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын профилактикалау һәм реабилитациялау.
-Был проект пациенттарыбыҙ тормошон яҡшыртыу юлындағы мөһим аҙым булып тора. Беҙҙең белем һәм технологиялар мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең әүҙем, сәләмәт булып ҡалыуҙарына йоғонто яһай. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты дауалау һәм реабилитацияның алдынғы алымдарын индерергә булышлыҡ итә, - ти Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ринат Ғәйнетдинов.
Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.