+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2025, 08:40

Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте

  Ғафури районында мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары тәрбиәләнеүселәре араһында сағыу спорт байрамы — «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» фестивале үтте.

Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәттеЙәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте

Ярыштарҙа райондың дүрт балалар баҡсаһынан 98 мәктәпкәсә йәштәге бала ҡатнашты. Йәш спортсылар дүрт дисциплинала ярышты: 5 метр арауыҡта теннис тубын ырғытыу, 10 метрға йүгереү, баҫҡан килеш алға эйелеү һәм урындан оҙонлоҡҡа һикереү.

 

Командалар араһында “Миләшкәй” балалар баҡсаһы еңеү яуланы, икенсене - “Тирмәкәй”, өсөнсө урынды “Әкиәт” балалар баҡсаһы алды.

Шәхси беренселектә:

ҡыҙҙар араһында :

1-се урын - Мусина Амалия ("Тирәккәй" балалар баҡсаһы)

2-се урын - Захарова Виктория ("Әкиәт" балалар баҡсаһы)

3-сө урын - Шлапакова София ("Тирмәкәй" балалар баҡсаһы)

малайҙар араһында:

1-се урын - Асҡар Резбаев ("Тирмәкәй" балалар баҡсаһы)

2-се урын - Фәхретдинов Ислам ("Тирәккәй" балалар баҡсаһы)

3-сө урын - Бәширов Линар ("Тирмәкәй" балалар баҡсаһы)

 

Бөтә ҡатнашыусылар иҫтәлекле дипломдар, ә еңеүселәр - миҙалдар һәм грамоталар алды.

 

Бындай фестивалдәр балаларҙы бәләкәйҙән спортҡа йәлеп итергә, әүҙем йәшәү рәүешенә ылыҡтырырға һәм йәш таланттарҙы асырға ярҙам итә.

Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Йәш ғафуриҙар ГТО фестивалендә тәүге спорт һөҙөмтәләрен күрһәтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас