+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2025, 07:05

Районыбыҙҙа “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафонына старт бирелде

29 октябрҙә беҙҙең районда мөһим ваҡиға - Башҡортостан Республикаһы бүлексәләренең байраҡтарын тапшырыу тантанаһы үтте.  Был ваҡиға хөрмәтле ҡунаҡтарҙы, ветерандарҙы, беҙҙең заман геройҙарын һәм йәштәрҙе - хәтер һаҡлаусыларҙы һәм уны артабан дауам итеүселәрҙе бергә йыйҙы.

Районыбыҙҙа “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафонына старт бирелдеРайоныбыҙҙа “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафонына старт бирелде
Районыбыҙҙа “Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафонына старт бирелде

Башҡортостандың исемле бүлексәләренең изге байраҡтарын беҙҙең районға тапшырыу хоҡуғы Ауырғазы районына бирелде. Уның рәсми вәкиле булып мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Фәйзрахман улы Баһауетдинов сығыш яһап, ул йыйылыусыларға мөһим һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте.

Район мәҙәниәт һарайында үткән илһөйәрлек  рухы менән һуғарылған тантанала абруйлы ҡунаҡтар - “Ватан һаҡсылары” дәүләт фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов, районыбыҙҙың хәрб-иҫәп пункты етәксеһе, запастағы майор Игорь Александрович Ступников, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илнар Фәнил улы Вәлиев, Илья Николаевич Макаров, Иван Васильевич Федоров һәм башҡалар ҡатнашты.

Ауырғазы курсанттары ҡулынан байраҡты ҡабул итеп алыу хоҡуғы районыбыҙҙың хәрби-патриотик клубтары тәрбиәләнеүселәренә һәм юнармеецтарына, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларына тапшырылды. Улар был мәлдә үҙҙәренең яуаплылығын һәм патриотизмын күрһәтте. Район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрова уларға изге теләктәрен дә еткерҙе.

Тантана Афған ветераны Марс Хәйруллиндың рухлы йыры менән тамамланды.

“Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы” марафоны геройҙарҙы хөрмәтләргә, Ватанды һаҡлау менән бәйле ҡиммәттәрҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөргә саҡыра. Был үҙ илебеҙ һәм уның яҡлаусылары өсөн гражданлыҡ аңын һәм ғорурлығын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе башланғыс та.

Был марафон 9 декабргә, Ватан Геройҙары көнөнә тиклем дауам итә һәм Өфөлә тамамлана. Был геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтарын белгән һәм хәтерләгән ысын патриоттарҙы тәрбиәләүҙә мөһим аҙым.

Артабан был марафонда ҡатнашыусылар “Йәшлек” ял паркында МХО һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә ултыртылған Геройҙар аллеяһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың атай-әсәйҙәре, тормош иптәштәре менән ағастарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү буйынса ойошторолған өмәлә ҡатнашты.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас