+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2025, 04:55

Телефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителә

Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты халыҡҡа ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш итә:

Телефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителәТелефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителә
Телефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителә

“112 – Экстренная помощь” һәм “МЧС России”.Улар ашығыс хеҙмәттәр менән тиҙ арала элемтә булдырыу һәм халыҡҡа төбәктәге оператив хәл тураһында хәбәр итеү өсөн кәрәк."112 — Экстренная помощь” ҡушымтаһы ҡотҡарыусыларҙы, полицияны йәки ашығыс медицина ярҙамын бер төймәгә баҫып саҡырыу мөмкинлеге бирә. Уның ярҙамында квалификациялы ярҙамды ваҡытында алыу өсөн үҙеңдең геолокацияңды һәм мөһим медицина мәғлүмәттәреңде (ҡан төркөмө, хроник ауырыуҙар) ебәрергә, ваҡиға урынынан фото һәм видео тапшырырға мөмкин.“МЧС России” ҡушымтаһы, үҙ сиратында, ҡулланыусыларҙы насар һауа шарттары, пилотһыҙ аппараттар һөжүме хәүефе һәм башҡа хәүеф тураһында ваҡытында иҫкәртә. Функциялары иҫәбендә – ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙ-үҙеңде тотоу буйынса эҙмә-эҙлекле күрһәтмәләр.Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ныҡлы яҡлау өсөн ике ҡушымтаны ла урынлаштырыу мөһим.

Телефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителә
Телефонға ике мобиль ҡушымта урынлаштырырға кәңәш ителә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас