

Күҙ алдына килтерәһегеҙме: Бурлы ауылы яғынан шәп-шәп атлап хәрби кейемдәге өлкән сержант Валерий килә, уның ҡаршыһына күҙ йәштәрен һөртә-һөртә һөйөклөһө – Лилиәһе йүгерә... 42 йыл үтһә лә, мөхәббәт тураһындағы киноның бер кадры кеүек ошо тетрәндергес күренеш һаман да күҙ алдында тора.
Валерий ауылға йүнәлтмә буйынса килгән йәш уҡытыусыға армияға китмәҫ элек үк өйләнде. Ул хәрби хеҙмәттә булғанда ҡыҙҙары Фидалиә тыуҙы. Тиҙҙән Лилиә ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамланы. Артабан бәхетле ғаиләлә Ғәлиә һәм Фидан исемле сабыйҙар донъяға килде. Матур тәрбиә биреп, уҡытып, өйләндереп, уларҙың барыһын да оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Яҙмыштыр инде: балалары Себер тарафтарында эшкә урынлашып, шунда донъя көтә башланы.
Ғаилә башлығы, яугир-интернационалист Валерий Йәғәфәр улы “Ленинизм” колхозының ғына түгел, хатта районыбыҙҙың алдынғы механизаторҙарының береһе булды. Артабан “Уңыш” йәмғиәтендә ла ең һыҙғанып эшләне ул. 37 йыл буйы Яугилде мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биргән, оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләгән ҡатынына һәр саҡ ныҡлы терәк булды. Шәхси хужалыҡтарында мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көттө егәрле Миниязовтар. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә башлаған иренә Лилиә һәр саҡ өлтөрәп йөрөп ярҙам итте. Сынъяһау йорттар төҙөп, уларҙы төрлө һырҙар менән биҙәү эшен дә үҙләштерҙе уңған ғаилә башлығы.
Йорт-ҡура тирәһендә мәшәҡәттәре күп булһа ла, Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы һәр нәмәгә өлгөрҙө: дәрестәр ҙә уҙғарҙы, төрлө сараларҙан тыш, түңәрәктәр ҙә үткәрҙе, отчёт менән дә булды. Математика уҡытыусыһы булараҡ, уҡыусыларға был фән буйынса төплө белем бирҙе. Мәктәптә генә түгел, клубта ла уҙғарылған барлыҡ сараларҙың сценарийын яҙып, үҙе үк алып барыусы булды. Тәбиғәттән бирелгән моң, тел байлығы, шиғриәткә мөкиббәнлек – быларҙың барыһы ла уны юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәне.
Хаҡлы ялға туҡтағас, тынғыһыҙ Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы быға тиклем ваҡыты етмәгән эштәргә тотондо. Мәктәп бинаһында музей булдырыу күптәнге хыялы ине. Уның тырышлығы менән бер нисә йыл эсендә бына тигән тыуған яҡты өйрәнеү музейы барлыҡҡа килде. Ауылда үткәрелгән Шәжәрә байрамы, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек сараларҙы ойоштороу эшендә лә бар нәмәгә өлгөр Лилиә Миниязова ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Ауылыбыҙ яугирҙары иҫтәлегенә ҡуйылған стеланы төҙөкләндереүҙә лә Миниязовтар алда йөрөнө.
Күңеле түрендә бөрөләнгән шиғри юлдарҙы аҡ ҡағыҙға теркәп ҡуйыу Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының яратҡан шөғөлөнә әйләнә. Тиҙҙән уның шиғырҙары “Табын” гәзитендә даими донъя күрә башланы. 2020 йылда Яугилде шағирәһе “Илһам килгәндә” тип аталған тәүге шиғри йыйынтығын әҙерләп сығарыуға иреште.
Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы төбәгендә генә булманы Миниязовтар: бер ҡараһаң, Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы заманында Белорет педагогия училищеһында бергә белем алған һабаҡташтарҙың осрашыуында, икенсе ҡараһаң – ниндәйҙер мөһим сарала.
Район гәзите ҡарамағында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең күсмә ултырышы бер нисә йыл элек Яугилделә үткәрелә. Берекмә етәксеһе БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рәйлә (Хаят) Сабитова Өфөгә эшкә китергә булғас, “Мағаш тауышы”ның эшен артабан дауам итеүҙе Лилиә Миниязоваға ышанып тапшыра. Яңы етәксе өмөттәрҙе аҡланы: әҙәби берекмәнең эшен йәнле алып барҙы, район гәзите биттәрендә ҡәләм тирбәтеүселәрҙең шиғырҙары әленән-әле баҫылып торҙо, төрлө саралар үткәрелде, әҙәби берекмә ағзаларының әҫәрҙәре тупланған йыйынтыҡ нәшер ителде.
Яугилде 2023 йылда, “Айыҡ ауыл” конкурсында район буйынса еңеү яулап, артабан республика кимәлендә уңышлы сығыш яһаны. 4-5 ай эсендә бихисап сара үткәрелгән икән – уларҙың уртаһында тап Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы булды. Ул башҡарған изге эштәрҙе, халыҡҡа ҡылған изгелеген ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә һанап сығыу мөмкин дә түгел.
Ҡыҫҡаһы, дәрт-дарманы ташып торған уҡытыусы-ветеран Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Миниязова һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа ғына түгел, хатта респуб-лика кимәлендә лә билдәлелек яуланы. Шиғриәткә һәм сәсәнлеккә сағыштырмаса һуң – хаҡлы ялға туҡтағас – аяҡ баҫһа ла, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен гәзит биттәрендә, төрлө конкурстарҙа танытып өлгөрҙө. Эскерһеҙ һөйөү хистәре менән һуғарылған әҫәрҙәрендә шағирә тыуған төйәгенә, Башҡортостаныбыҙға, уның күркәм тәбиғәтенә, илаһи мөхәббәткә мәҙхиә йырланы.
Лилиә Миниязованың һуңғы сығышы – аҡҡош йыры – Баймаҡ районының II Этҡол ауылында 27 сентябрҙә яңғырай. Танылған педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Әғзәм улы Тажетдинов иҫтәлегенә бағышланған “Халҡына дан йырланы” тигән конкурста, атап әйткәндә, сәсәндәр араһында үткәрелгән мәртәбәле бәйгелә Көнбикә сәсәниә (Л.Ә. Миниязованың әҙәби ҡушаматы – Н.С.) был юлы ла һынатмай – беренсе урынды алыуға ирешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ижадының сәскә атҡан мәлендә генә, уйламағанда-көтмәгәндә, тотош район халҡын шаңҡытып, ул беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте...
Йыл башында 65 йәшен билдәләгән Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙына ғаиләһе, ҡәләмдәштәре, ауылдаштары менән гөрләтеп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, насип булманы... Аллаһы Тәғәлә үҙе яратҡан кешеләрҙе иртәрәк янына ала, тиеүҙәре хаҡтыр, күрәһең.
Башҡортостан мәғарифы алдынғыһы, шағирә-сәсәниә ғүмеренең һуңғы йылдарында айырыуса ашҡынып йәшәне: ҡоласына күпме эш һыя, шуларҙы бер юлы башҡарҙы – донъяһын да көттө, ижад менән дә шөғөлләнде, ҡыҫҡаһы, үҙ-үҙенә ҡуйған маҡсат-бурыстарҙың осона тиҙерәк сығырға тырышҡан һымаҡ тойолдо. Тик ваҡытһыҙ килгән әжәл талантлы яҡташыбыҙҙың ғүмерен бик иртә ҡыйҙы.
Лилиә Миниязованың бар булмышын, рухи донъяһын, намыҫлы хеҙмәтен һәм аяныслы яҙмышын, минеңсә, Мостай Кәримдең түбәндәге шиғри юлдары асыҡ сағылдыра:
“Йәшәйhе бар, һаҡла үҙеңде”, - тиhең,
Теләктәрең, эйе, хаҡ hымаҡ.
Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы
Бәйгеләрҙә сапҡан ат hымаҡ.
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ,
Ауhам ине шул саҡ бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән ат hымаҡ.
Тормош – үҙе бәйге. Шатлыҡтарҙан һәм хәсрәттәрҙән торған был бәйгене Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы лайыҡлы үтте. Һоҡланғыс сифаттары – киң күңелле, алсаҡ, йомшаҡ һүҙле, итәғәтле, нәзәкәтле ҡатын булыуы менән дә ул ҙур ихтирам ҡаҙанды. Бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй, абруйлы уҡытыусы, йәмәғәтсе, йырсы, шағирә, сәсәниә элекке уҡыусылары,
ауылдаштары һәм райондаштарының бихисап рәхмәт һүҙенә төрөнөп йәшәне.
Эҙҙәр, эҙҙәр... Был донъяла
Бар нәмәнән эҙҙәр ҡала... – шулай тип яҙғайны Көнбикә сәсәниә бер әҫәрендә. Ул үҙе лә бит фани донъяла байтаҡ яҡты эҙҙәр ҡалдырҙы. Әммә күпме яҙылмаған шиғырҙары, йырланмаған йырҙары, башҡарылмаған ҡобайыр-мөнәжәттәре ҡалды – шуныһы үкенесле. Һөйөклө ире, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, килен булып төшкән Яугилде ауы-лы, ул ойошторған музей ҙа етемһерәп ҡалғандай булды. Йондоҙ кеүек ҡабынып, кинәт күктәргә кире күтәрелгән аҡ күңелле, изге йәнле Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙының урыны ожмахта булыр, иншалла. Минең был яҙмам уның рухына изге доға булып барып ирешһен ине.
Ниязбай СӘЛИМОВ.
Өфө ҡалаһы.
Сибәрҙәрҙең иң сибәре түгел,
Ләкин мине һөйгән йәндәр бар,
Изгелегем, ярҙамымды белеп,
Ихлас хөрмәт иткәндәр ҙә бар.
Бар кешегә яҡшы булып булмай,
Аңлағандар янда ҡалғандар.
Минең менән йәнәш ғүмер кисә
Дуҫлығыма тоғро булғандар.
Кешене мин юҡҡа борсомайым,
Артығын да һорап алмайым.
Үҙ көйөмә генә, тайпылмайса,
Маҡсатыма табан атлайым.
Яҡшыларҙың иң яҡшыһы түгел,
Түгелмен дә “төшөп ҡалғаны”.
“Текә”легем юҡ ул минең бер ҙә,
Ябай ғына ауыл ҡатыны.
Ябайлыҡты яҡын иткәнемде
Аңлағандар аңланы хәҙер.
Фәрештәләй булып йөрөгәндән
Кеше булыуым бит мең ҡәҙер.
Лилиә МИНИЯЗОВА.