

-Ағымдағы йылда район эске эштәр бүлегенең оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге районда криминоген хәлде тотороҡландырыуға, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, енәйәттәрҙе үҙ ваҡытында асыуға һәм сифатлы тикшереүгә йүнәлтелде, - тине Раян Рамазан улы.
- Бүлек эшмәкәрлегенә килгәндә, быйыл һәйбәтерәк эшләнек, тип әйтергә кәрәк. 9 ай йомғаҡтары буйынса район биләмәһендә 212 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлеп, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 30 фактҡа әҙерәк булды. Шуларҙың 25-е – урлашыу, 14-е – мутлашыу, 26-һы – үлтереү менән янау, 42-һе – иҡтисади йүнәлештәге. Келәттәрҙән, базаларҙан, магазиндарҙан урлашыуҙарға юл ҡуйылманы. 186 енәйәт эше судҡа ебәрелде. Асылмай ҡалған енәйәттәр һаны – 25 булды. Енәйәттәрҙе асыу кимәле 88,2 процент тәшкил итте.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер енәйәт ҡылыу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелде. Быны, әлбиттә, профилактик эштең яйға һалыныуы менән аңлатырға була. Элек хөкөм ителеүселәр тарафынан ҡайтанан енәйәт ҡылыу, шулай уҡ эскән килеш хоҡуҡ боҙоу осраҡтары кәмегән. Эскән килеш енәйәт ҡылыуҙың 79 осрағы теркәлеп, былтырғынан 10 осраҡҡа кәмерәк булһа, ҡайтанан енәйәт ҡылыу осраҡтары ла 15-кә әҙерәк - 78 осраҡ теркәлгән.
Әммә бәлиғ булмағандар тарафынан енәйәт ҡылыу осраҡтарының артыуы күҙәтелгән, уларҙың һаны 3-кә артып, 6 осраҡ теркәлгән, шулай уҡ төркөм менән енәйәт ҡылыу осрағы ла 4-кә күберәк – 10 осраҡ булған.
Дөйөм алғанда, төрлө статьялар бу-йынса 481 протокол төҙөлгән. Иң күбе - РФ КоАП-ының 20.21 статьяһы (йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлек эскән өсөн) буйынса – 95, РФ КоАП-ының 5.35 статьяһы (бәлиғ булмаған балаларҙы тәрбиәләү һәм ҡарау бурыстарын тейешле кимәлдә үтәмәгән өсөн) буйынса 91 протокол төҙөлгән.
-Бүлек эшмәкәрлегенең эш йүнәлештәренең береһе – юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
-Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген ыңғай яҡтан билдәләп үтергә кәрәк. Улар тарафынан РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһына (эскән килеш транспорт сараһына идара итеп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған йәки хөкөм ителгән) ярашлы, 21 (9-ға күберәк) енәйәт ҡылыу осрағы асыҡланды. Быйыл районда үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәләре булманы.
- Тап ошо һандар артында айырым кешеләр тора. Коллектив тураһында ни әйтерһегеҙ?
- Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ, күп көс һалыуҙы талап иткән һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле хеҙмәте ята. Бөгөнгө көндә район эске эштәр бүлеге – полиция хеҙмәтендә 63 хеҙмәткәр (штатта 83 кеше ҡаралған) иҫәпләнеп, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара, һөнәри байрамды лайыҡлы ҡаршылай. Бүлек йәш кадрҙар менән тулыланды, әммә хеҙмәттең ҡатмарлы һәм еңелдән булмауынан эшкә килергә теләүселәр күп түгел, беҙҙең бүлеккә 20 кеше (участковыйҙар – 6, ППС – 7, енәйәтселәрҙе эҙләүселәр – 4, водитель – 2, ЮХХДИ – 1) талап ителә.
Бөгөн йәмғиәт беҙгә юғары талаптар ҡуя. Граждандар өсөн полиция формаһындағы кеше үҙендә власть, закон, ғәҙеллекте һынландыра, урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең именлеге, уларҙың үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ышанысы тап беҙҙән тора. Беҙ үҙебеҙҙең эшкә яуаплы ҡарауыбыҙ, һәр кемдең проблемаһына иғтибарлы булыуыбыҙ, иң мөһиме - грамоталы һәм һөнәри оҫталыҡҡа эйә эшебеҙ менән халыҡ ышанысын яулай һәм уны тейешле кимәлдә тота аласаҡбыҙ. Был бурысты намыҫ менән башҡарырбыҙ, тип ышанам.
Байрамда бер төркөм хеҙмәткәрҙәр емешле хеҙмәттәре һәм хеҙмәт бурыс-тарын намыҫлы башҡарғандары өсөн бүләкләнәсәк. Улар: полиция подполковниктары Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы Ғәлиәхмәтова менән Илшат Хәлит улы Кинйәбулатов - Рәсәй Эске эштәр министрлығының I дәрәжә “Хеҙмәттәге уңыштары өсөн”, полиция капитаны Александр Вячеславович Костин - II дәрәжә, полиция капитандары Илгиз Сәлимйән улы Түзбәков менән Руслан Радик улы Мәжитов, полиция өлкән лейтенанты Артур Венер улы Ҡунафин, эске хеҙмәт майоры Максим Айрат улы Фәйзуллинға III дәрәжә “Хеҙмәттәге уңыштары өсөн” миҙалдары тапшырыласаҡ. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәр башҡа төрлө бүләкләүҙәргә лайыҡ буласаҡ.
- Беҙҙең райондан да полиция хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүе тураһында ишетеп беләбеҙ.
- Эйе, тап шулай. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, үҙ теләктәре менән МХО-ға юлланған отставкалағы ветерандарыбыҙ Әхнәф Фәхретдинов, Самат Ишкин, Илдар Хөсәйенов, Салауат Шаһиев, шулай уҡ беҙҙең эске эштәр бүлегендә эшләп, башҡа урынға күсеп хеҙмәт иткән Илнур Исхаҡов, Айнур Рәхмәтуллин, Рамазан Ғиззәтуллин нацистарға ҡаршы алыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүгеләрҙән булып мобилизацияланған Динар Мөхәрмәтов Ватан алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәп, батырҙарса һәләк булды. Улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Хөрмәтле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарыбыҙ! Һөнәри байрамыбыҙ - Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Байрамыбыҙ менән!
Теләгем шул: һәр ҡайһыбыҙ киләсәгебеҙ өсөн тыныс булһын һәм тормошҡа шатланһын өсөн районда оператив хәл-торош һәр ваҡыт тотороҡло һәм имен булһын, тыныслыҡ урынлашһын!
- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!