+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2025, 04:00

Кейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙә

XX быуат башҡорт тел ғилемендә баһалап бөткөһөҙ оло мираҫ ҡалдырған, һәр береһе үҙ аллы ғилми мәктәп тыуҙырып, дөйөм төркиәтселек фәне үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән айырыуса ҡәҙерле бер нисә исем бар. Шул арҙаҡлы исемдәр араһында башҡорт теленең тәүге ғилми грамматикаһының авторы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, профессор Н.К.Дмитриев менән йәнәш иң элек уның талантлы шәкерте, атаҡлы яҙыусы һәм лингвист Ж.Ғ. Кейекбаевты ҙур хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.

Кейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙәКейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙә
Кейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙә

Профессор Жәлил Ғиниәт улы бөтә өлкәләрҙә лә башҡорт тел белеменең йүнәлештәрендә ҙур уңыш менән эшләгән, төркиәтселек һәм урал- алтаистика фәнен өр-яңы теоретик ҡараштар менән байытҡан, хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусы булараҡ киң танылыу тапҡан.
Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев 1911 йылдың 25 октябрендә (7 ноябрь) хәҙерге Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында тыуған. Күршеләге Сәйетбаба ауылында башланғыс, Маҡарҙа крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлай. 1929- 1932 йылдарҙа Өфөлә педагогия училищеһында уҡый. 1937 йылда, 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институтының герман филологияһы бүлексәһен тамамлап, бер уҡыу йылы Мәскәү өлкәһенең Рошаль ҡалаһында урта мәктәптә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡортостанға ҡайтып, төрлө мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында сит ил телдәрен уҡыта. 1943-1944 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире булып эшләй.
1948 йылда, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына эшкә инә. Бында ул өлкән уҡытыусы, доцент вазифаларын башҡара, сит ил телдәре факультеты деканы була. 1951 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Ж.Ғ. Кейекбаев ошо уҡыу йортонда башҡорт тел белеме кафедраһы мөдире, 1957-1961 йылдарҙа университеттың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры була. 1960 йылда уға профессор исеме бирелә.
Бөтә ғүмере буйы тел ғилеме, әҙәбиәт тип йәшәгән ғалим-яҙыусы, административ етәксе булыуға ҡарағанда, фәнни белгестәр әҙерләүҙе өҫтөн күрә. Үҙен проректор вазифаһынан бушатыуҙы һорап, бер-бер артлы ректорға партия өлкә комитетына, Мәскәүҙәге министрлыҡ етәкселәренә ғариза яҙа, ниһайәт, 1961 йылда был вазифанан азат була.
Жәлил Ғиниәт улы башкөллө фәнни эшкә сума, бығаса башлаған “Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы” һәм “Урал-алтай телдәренең тарихи телдәренең Грамматикаһы нигеҙҙәре” тигән эштәре өҫтөндә арымай-талмай эшләй, студенттар өсөн дәреслектәр яҙа.
Ғалимдың 1958 йылда баҫылып сыҡҡан “Башҡорт теленең фонетикаһы” тигән китабынан башҡа бөтә төплө хеҙмәттәре (“Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше”, 1964; “Хәҙерге башҡорт теле”, 1964; “Хәҙерге башҡорт теленең лексикологияһы һәм фразеологияһы”, 1966) тап ошо осорҙа донъя күрә.
Рус телендә яҙылған “Урал-алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре” тигән хеҙмәттәре иһә ҡулъяҙма көйө ятып ҡала. Тәүгеһе 1972 йылда, ә икенсеһе бары 1996 йылда ғына баҫылып сыға. Кафедра мөдире, профессор булараҡ Жәлил Кейекбаев уҡыу-уҡытыу процесында төп предметтарҙан тыш, махсус курстар һәм семинарҙарға ла ҙур әһәмиәт бирә, республикабыҙҙың журналистарға ҡытлыҡ кисереүен иҫәпкә алып, хатта төркөмсә лә ойоштороп ебәрә.
Ғөмүмән, Жәлил Кейекбаев, рухи-мәҙәни тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә лә әүҙем мөнәсәбәт белдереп, уларҙың үҫешенә этәргес бирергә тырышып йәшәй. Оло ғалим, бөйөк шәхестең тормошо – ватаныбыҙға ҡайнар мөхәббәт менән, дәртле һәм илһамланып йәшәү, фәнгә һәм халҡыбыҙға изгелекле хеҙмәт күрһәтеүҙең һоҡланғыс бер өлгөһө. Башҡорттоң рухи мәҙәниәт тарихында был исем ғүмер-ғүмергә балҡып торасаҡ.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, билдәле ғалим һәм яҙыусы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуыуына 114 йыл тулыуға арналған саралар Ҡаранйылға ауылында, мемориаль музейҙа уҙғарылды. Сарала Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусылары, Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Туғай ауылдары балалары ҡатнашты. Хәтер кисәһенә Ҡаранйылға ауылының йәмәғәтсеһе, ветерандар советы ағзаһы Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы Вәлиева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова саҡырылған ине.
Музей директоры Римма Камил ҡыҙы Ишмырҙина, сараны асып, Жәлил Ғиниәт улының тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләне, экспонаттарҙың тарихы менән таныштырҙы, ғалимдың ҡулъяҙмаларын күрһәтте. Педагогия фәндәре кандидаты Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы уҡыусылар алдында сығыш яһап, Жәлил Кейекбаевтың кешелеклелек сифаттарына туҡталды, халыҡ күңелендә уның тураһында һаҡланған яҡты иҫтәлектәр менән бүлеште. Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәләү көсө, дидактик әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Жәлил Кейекбаевтың фәнни эшмәкәрлегенең киң һәм тәрән булыуы беҙгә яҡшы билдәле. Бик күптәр Жәлил Ғиниәт улын үҙенең остазы, уҡытыусыһы тип атай. Уның тәрбиә мәктәбен үткән кешеләр белеме менән генә түгел, юғары мәҙәниәтле, ябай, теүәл шәхестәр булыуы менән дә айырыла һәм, әлбиттә, филология фәне үҫешенә тос өлөш индерә.
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре
кандидаты,
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы директоры.

Кейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙә
Кейекбаев рухы – беҙҙең күңелдәрҙә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас