+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2025, 04:10

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим

17 октябрҙә Балалар ижады үҙәгендә район мәктәптәре араһында “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлдары” конкурс-КВН-ы үтте. Күптән инде матур йолаға әйләнгән был бәйге йыл да уҙғарылып, быйылғыһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Төп маҡсаты булып юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеүгә балаларҙың иғтибарын йәлеп итеү, белемен нығытыу, юл билдәләрен иҫтә тотоу, светофор, йәйәүлеләр йөрөй торған урындарҙа, юлда үҙеңде дөрөҫ тотоуҙы иҫкә төшөрөү торҙо.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһимЮл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим

Ижад йортоноң АRT-залында уҙған конкурс Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары (етәкселәре Альбина Ишкина) әҙерләгән пролог менән асылды. Артабан бәйгене алып барыусы Балалар ижады үҙәгенең ойоштороусы-педагогы Ольга Безовчук командаларҙың сығыштарын баһалаусы жюри менән таныштырып үтте. Улар: район мәғариф бүлегенең тәрбиәүи эштәр буйынса методисы Альбина Басирова, ЮХХДИ-ның дәүләт инспекторы Семён Федотов, район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Лилиә Садаева, Балалар ижады үҙәге методисы Гүзәл Арыҫланова.
Конкурста дүрт команда юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса үҙ-ара көс һынашты. Иң беренсе булып Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең ете уҡыусынан торған “Ҡыҙыл, йәшел, һары” командаһы шундай уҡ өс төрлө футболкаларҙа сәхнәгә сығып баҫты (етәкселәре Олег Николаев). Улар тәүге булып сығыш яһаһалар ҙа, “Таныштырыу” һынауында үҙҙәрен ҡыйыу тотто, өйгә эш итеп бирелгән “видеоклип”та ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙ уңынан ысҡындырмауҙары юғары баһаланды, ул бик уңышлы килеп сыҡҡан. Икенсе булып 2-се мәктәптең “Юл хәрәкәте командаһы” (10 уҡыусы, етәксеһе – Екатерина Шәрәфетдинова) сығыш яһаны. Аҡкүл мәктәбенең “Юл һаҡсылары” (10 уҡыусы, етәксеһе – Алина Алтынбаева) командаһы өсөнсө булып сәхнәгә сыҡты. Иң аҙаҡҡы булып сығыш яһаған 3-сө мәктәптең “Балалар” командаһы (9 уҡыусы, етәксеһе – Юлия Исламова) үҙҙәре менән таныштырҙы. Бар командалар ҙа конкурсҡа әҙерлекле килеүе күренде, улар юл ҡағиҙәләре тураһында шиғырҙар ҙа һөйләне, йырлап та аңлаттылар, өйгә эш – видеоклип әҙерләүгә лә етди ҡарағандар. Командаларҙың һәр ағзаһы үҙенең отҡорлоғон, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемен, командала эшләй, шаярта белеүен күрһәтте.
Артабан командалар “Разминка” ярышында, музыкаль яҡтан да үҙҙәрен һынап ҡараны, капитандар ҙа Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә үҙ белемдәрен тикшереп, һынау тотто.
Бына конкурс тамамланды. Бәйге еңеүсеһе булып Красноусолдағы 1-се мәктәптең “Ҡыҙыл, йәшел, һары” командаһы танылды, Аҡкүл мәктәбенең “Юл һаҡсылары” менән 2-се мәктәптең “Юл хәрәкәте командаһы” – 2-се, 3-сө мәктәптең “Балалар” командаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусы татлы бүләктәр, командалар Дипломдарға лайыҡ булды.
Баһалама ағзалары Альбина Булат ҡыҙы, Семён Владиславович, Лилиә Фәнил ҡыҙына Балалар ижады үҙәге хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырып үттеләр.
Жюри ағзаһы - район мәғариф бүлеге методисы Альбина Басироваға һүҙ бирелде.
- Бындай конкурсты КВН форматында беҙ тәүгеһенән һәм ярайһы ғына уңышлы уҙғарҙыҡ. Барығыҙ ҙа маладистарһығыҙ, һәйбәт әҙерләнгәнһегеҙ, бар һынауҙарҙы ла бик яҡшы үттегеҙ. Әммә бер ҡытыршылыҡ булды, ҡайһы бер командаларҙы “Капитандар” конкурсы төп башына ултыртты. Улар “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре” буйынса һынау тотто һәм жюри тарафынан киләсәктә ҡағиҙәләрҙе ҡайтанан ҡабатларға кәрәк тигән һығымтаға киленде. Бынан ары ла беҙ бәйгене тап ошондай КВН форматында уҙғарасаҡбыҙ һәм районыбыҙҙа был хәрәкәтте артабан да дауам итеп, район кимәлендә генә түгел, райондан ситкә сығып та КВН-да ҡатнашыу мөмкинлеге булдырыу өсөн тырышасаҡбыҙ, - тине Альбина Булат ҡыҙы командаларға артабан да уңыштар теләп.
Балалар ижады үҙәге көҙгө каникул алдынан шәхси хәүефһеҙлек һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә яуаплы ҡараш тәрбиәләүгә арналған әһәмиәтле сара үткәреп, уҡыусыларға юлдарҙа һаҡ һәм иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклеге тураһында йәнә бер тапҡыр иҫкәртте. Сираттағы конкурс иҫтәлеккә фотоға төшөү һәм “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!” – тигән теләктәр менән тамамланды.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас