+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2025, 11:27

Беҙҙе “декабристкалар” тиҙәр

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары һәм ауырлыҡтар тураһында һөйләшкәндә әсәй-өләсәйҙәрҙең: “Эй, балалар, беҙ кисергәндәрҙе һеҙгә күрергә, кисерергә яҙмаһын инде”, тигән теләктәрен йыш иҫкә алабыҙ бөгөн. Улай ғына ла түгел, асылына ла төшөндөк шикелле. Шөкөр, бөгөн беребеҙ ҙә ул дәүерҙәге шикелле ас-яланғас ултырмайбыҙ, муллыҡта йәшәйбеҙ. Улдарын, ирҙәрен яуға оҙатып, үҙҙәре донъя арбаһына төптән егелеп тартыуҙары, ауырлыҡтарынан бигерәк яуҙағыларҙан хәбәр көтөп тилмереүҙәрен, яҡындарын юғалтыу ғазаптарын күҙ уңында тотоп әйткәндәрҙер өләсәйҙәр беҙгә был һүҙҙәрҙе.

Беҙҙе “декабристкалар” тиҙәрБеҙҙе “декабристкалар” тиҙәр
Беҙҙе “декабристкалар” тиҙәр

Эйе, әүәл-әүәлдән ир-егеттәрҙең иңенә яугир булыу, ил һаҡлау бурысы һалынған. Бөгөн, ир-егеттәр илебеҙ именлеген һаҡлап, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған саҡта, яугир ҡатындары ниҙәр кисерә лә, нисек йәшәйҙәр икән? Тап ошо һорауға яуап табыу маҡсатында махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә ил һағына баҫҡан яугирҙарҙың береһе - Руслан Фәүиз улы Ғәббәсовтың ҡатыны Эльза Елмир ҡыҙы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Хәрби комиссариаттан повестка килтергәндә беҙ ҡалала инек. Ҡайтҡас, әсәйем Русланды һорап килеүҙәре хаҡында әйтте, - тип һөйләп алып китте Эльза. - Руслан 24 сентябрҙә Себергә эшкә юлланырға тейеш ине. Билет менән бергә бронь дә килгәйне. Икенсе көнөнә иртә менән, магазинға барып киләм, тип сығып китте һәм... хәрби комиссариатҡа барып, повестка тотоп ҡайтты. Мин инде шундуҡ илай башланым. Ә ул: “Ярай, бронгә һылтанып өйҙә ятып ҡалдым, ти, 18 йәшлек малайҙы алып китһендәрме, мин бит Чечняны үтеп ҡайттым, нисек тыныс күңел менән өйҙә ятайым?” - тип өҙөп кенә әйтте лә, йыйына башланы.
Эльза, шул минуттарҙы яңынан кисергәндәй, күҙ йәштәренә күмелә.
- Район хакимиәте алдында автобусҡа ултырып, ҡуҙғалғанға тиклем, бәлки китмәҫ, бронь ҡулында бит, ҡалыр, тип өмөтләндем. Өйгә ҡайтҡас, төнө буйы илап сыҡтым. Иртән торһам, температурам 39,7. 3-4 көн урындан да тора алманым. Хәлем бер аҙ еңеләйгәс, артабан нисек йәшәргә, нимә эшләргә тип уйлана башланым һәм, Руслан янда булмағас, мин улдарыма әсәй ҙә, атай ҙа булып ҡалдым, ныҡ булырға, уларҙы ҡарарға, иремә лә ярҙам итергә тейешмен бит, тигән ҡарарға килеп, үҙемде ҡулға алдым. Хәҙер дүрт йыл инде шулай йәшәйем. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең өләсәйҙәргә тағы ла ауырыраҡ булған бит, улар һығылып төшмәгән, донъяһын да көткән, фронтҡа ла ярҙам иткән.
- Эльза, һеҙ бит районда иң беренселәрҙән булып хәрби әҙерлек үткән егеттәргә ярҙам ойоштора башланығыҙ?
- Эйе. Иң башта Красноусолдан ирҙәре мобилизацияланған ҡатындарҙы бергә туплап, ватсапта “Яугирҙарҙың әсәйҙәре һәм ҡатындары” чатын, ә “Бәйләнештә” - “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” тигән төркөм асып, үҙ штабыбыҙҙы булдырҙыҡ. Ҡазанда хәрби әҙерлек үтеүселәр “шул кәрәк, был кәрәк”, тип яҙа башлағас, улар һораған әйберҙәрҙе туплап, өс машинала Рәшит Сөләймәнов, Әлфир Рәхимов, Марат Юнысов менән бергәләп юлға сыҡтыҡ. Райондан яугирҙарға тап беҙ беренселәрҙән булып гуманитар ярҙам йыя һәм ташый башланыҡ, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ.
Районыбыҙ яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡанға тик-лем ете тапҡыр барҙыҡ беҙ Ҡазанға. Яугирҙарҙың ҡатындары бергә йыйылып та барып ҡайттыҡ. Бер барғанымда иптәш булыр тип ҡәйнешем Динар Ғәббәсовты ла алғайным. Ундағы егеттәр менән аралашып, һөйләшеп ҡайтҡас, ул да МХО-ға барырға ҡарар итте. Беҙгә уның ҡатыны Гөлнара Ғәббәсова ҡушылды. Шулай уҡ яугир ҡатыны Ольга Денисова менән икәүләп тә барҙыҡ.
- Махсус хәрби операция биләмәһенә лә барып етәһегеҙ.
- Эйе, унда ла дүрт тапҡыр барып ҡайттым инде. Иптәшем янына беренсе тапҡыр барғаныбыҙҙа Луганскиҙың Сватово ҡалаһы тирәһендә алыштар бара ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы биргән йөк машинаһы төрлө ауылдарҙан йыйылған посылкалар менән туп-тулы булды. Ә мин үҙемдең машинала, Ольга Денисова, Лилә Әхмәтйәнова менән бергәләп барҙыҡ. Өйҙәгеләрҙең хәүефле юлға сығарғылары килмәй. Бигерәк тә әсәйем: “Үҙеңде уйламаһаң, беҙҙе, балаларыңды уйла, йөрөмә, ирең ут эсендә йөрөгән дә еткән”, - тип әрләп тә, өгөтләп тә бер булды. Эйе шул, беҙгә бында рәхәт, йылы, тамағыбыҙ туҡ, ә ундағылар... Уларға бит ярҙам итергә, йылы кейемдәр, һораған әйберҙәрен алып барырға кәрәк, тим. Ҡыҫҡаһы, уларҙың һүҙенә ҡарамай, баҙнат итеп юлға сыҡтым. Аллаға шөкөр, бәлә-ҡазаһыҙ ғына барып еттек. Шул беренсе тапҡыр юлға сыҡҡандан башлап әсәйем, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуыңды көтөп ятһын, тип доғалар уҡып, икмәк тешләтеп ҡалдыра. Әле һуңғы йыйынғанымда ул өндәшмәгәс, бәй, икмәгемде тешләтмәйһеңме ни, тип үҙем һорап алдым.
Красноусолдан беҙ өс ҡатын: мин, Ольга Денисова һәм Гөлнара Ғәббәсова машинабыҙға ут эсендә йөрөгән ирҙәребеҙ, яҡташтарыбыҙға тип әҙерләнгән посылкаларҙы тейәп, бергәләп тә, айырым-айырым да МХО биләмәһенә юлланабыҙ. Әйткәндәй, күптән түгел генә маскировкалау селтәре, башҡа әйберҙәр тейәп Гөлнара барып ҡайтты. Шуға ла беҙҙе “Ышаныслы тыл” штабының “көмөш” ирекмәндәре “беҙҙең декабристкалар”, тип йөрөтәләр.
Яугирҙарға кәрәкле әйберҙәр, ярҙам йыйғанда халыҡтың әүҙемлегенә, ярҙам итергә тырышыуҙарына һоҡланам. Шул тиклем дә ихлас, ярҙамсыл беҙҙең ра-йон халҡы. Йәшник-йәшник әйбер тултырып ҡайһы ауылдан ғына килеп етмәйҙәр. Кемдер аҙыҡ-түлек, кейем, башҡа кәрәк-яраҡтар килтерһә, икенселәре аҡсалата ярҙам итә. Аҡса тигәндән, нисәмә тапҡыр гуманитар ярҙам алып барһаҡ та, беҙ бензинға тип башҡаларҙан аҡса йыймайбыҙ, барыһы ла үҙ иҫәбебеҙҙән.
Ундағы яҡташтарыбыҙҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Уларға шундай шатлыҡ-һөйөнөс алып килеүеңә шатланып, илай-илай посылкаларҙы таратаһың, - был турала һөйләгәндә Эльзаның күҙҙәре йәнә йәшкә тула. – Шулай ныҡ, ҡатҡыл булып күренһәм дә, асылда илаҡ ҡына мин. Бер барғанымда ҡумталарҙы асып ултырған бер егет “Ребята, тут конфеты, сладости!” тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе һәм уны шундуҡ уратып та алдылар, кемелер тиҙ генә сәй ҡайната башланы... Ут эсендә йөрөгән ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу ир-егеттәрҙең кәнфит-тәмлекәстәргә сабыйҙарҙай һөйөнгәндәрен күҙ алдына килтерегеҙ әле.
- Ә бына гуманитар ярҙам туплауҙа, алғы һыҙыҡтағы егеттәр һораған әйберҙәрҙе алыуҙа кемдәр ярҙам итә?
- Тәүге йылдарҙа, юғарыла әйткәнемсә, үҙебеҙ “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” штабы төҙөп, район буйынса килтерелгән посылкаларҙы шунда туп-лай инек. Һуңынан Өфө ҡалаһындағы “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабы менән берлектә эшләй башланыҡ. Яугирҙарҙан заявка килеү менән Өфөләге штабҡа һәм район ирекмәндәренә мөрәжәт итәбеҙ. Өфөнән ярҙам тос, әлбиттә, тап улар беҙгә буржуйкалар, генераторҙар бүлде. 2 “Булат”ҡа заявка булғас, береһен алырға Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов ярҙам итһә, икенсеһен Өфөләге “Ышаныслы тыл” штабы бирҙе. Шулай уҡ районыбыҙҙағы “Ышаныслы тыл”дың ныҡлы ярҙамын тоябыҙ. 21 августа МХО биләмәһенә барғанда исемле посылкаларҙан тыш тап “көмөш” ирекмәндәр үргән маскировкалау селтәрҙәре, шәхси гигиена әйберҙәре, эске кейемдәр, бик күп консервалар, тәмле-татлы күстәнәстәр, балаларҙан хаттар һәм башҡа бик күп әйберҙәр тейәнек. Юғарыла әйткәнемсә, районыбыҙ кешеләре бик ярҙамсыл. Һәм уңайлы мәлдән файҙаланып, уларға иптәшем Руслан һәм уның хеҙмәттәштәре исеменән барыһына ла рәхмәт әйтке килә.
- Яҡын арала тағы ла МХО биләмәһе-нә барырға йыйынмайһыңмы?
- Әлегә юҡ, сөнки ошо көндәрҙә тормош иптәшем ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Кире юлланғанда инде йыйылған посылкаларҙы үҙе тейәп алып китәсәк. Башҡалар ҙа машина менән ҡайтһалар, кәрәкле бөтә әйберҙе үҙҙәре тейәп ала. Ялдары бөткән егеттәр менән бергә беҙҙең дә МХО биләмәһенә юлланған саҡтар булғылай. Ә әлеге көндәрҙә мин иптәшемде ҡаршыларға әҙерләнәм. Атайҙарының ҡайтырын белгәс, балаларҙың шатланғанын күрһәгеҙ! Февралдән бирле ҡайтҡаны булманы бит, һағынғандар. Телефон аша һөйләшеп торһалар ҙа, эргәләге һымаҡ түгел бит инде. Төрлө пландар төҙөйҙәр... (Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәнсе, Руслан Ғәббәсов яҡындары янына ҡайтып етте - ред.)
- Балаларығыҙ менән дә таныштырып үт әле беҙҙе. Атайҙарының МХО-ға китеүен нисек ҡабул иттеләр?
- Богдан һәм Родион исемле ике улыбыҙ бар. Олоһо - 5-се, бәләкәйе 3-сө класта уҡый. Тырыштар, ярҙамсылдар. Богдан гитара, инглиз теле һәм тегеү (!)
түңәрәгенә йөрөй. Шул тиклем тегеү менән булырға ярата, ҡулы ла килешеп тора. Атаһына, уның хеҙмәттәштәренә әллә күпме бүләк-талисмандар тегеп ебәрҙе. Родион инде инглиз теле, дзю-до түңәрәктәренә йөрөй. Бынан тыш аҙнаһына ике тапҡыр ҡалаға - скрипка түңәрәгенә йөрөйбөҙ.
Башта улар атаһын эштә тип уйланы, ай ярым - ике ай самаһы үткәс, һағынып илай башланылар. Һуңынан ипләп кенә Русландың ҡайҙалығын аңлаттым. Шулай ҙа, бәйләнешкә сыҡмай торһа, кәйефтәре төшөп, борсола башлайҙар. Ул саҡта ла, унда элемтә насар, бәлки, зарядкаһы ла бөткәндер, тип йыуатам. МХО биләмәһенә барырға йыйына башлаһам инде, йүгереп йөрөп әйберҙе йәшниктәргә тултырырға, машинаға тейәргә ярҙам итәләр.
Балаларым ғына түгел, әсәйем Фәнүзә менән атайым, ҡәйнәм Фәнисә Фәнис ҡыҙы ла ныҡлы таяныс-терәгем. Алыҫ юлға сыҡҡанда балалар янында улар була. Шуға ла уларға бик рәхмәтлемен.
Ошонда яугирҙарҙың ғаиләләренә һәр яҡлап даими ярҙамдары һәм хәстәрлектәре өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, район хакимиәтенә, “Ватан һаҡсылары” фондына рәхмәт әйтке килә. Районда үткән һәр сараға саҡыралар, ниндәй ярҙам кәрәген белешеп торалар. Балалар ҙа һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Ә инде нисек донъя көтөүебеҙгә килгәндә, зарланмайбыҙ. Элекке заман түгел бит. Күп яугирҙарҙың ҡатындары үҙҙәре машина йөрөтә, йорттарында уңайлы шарттар. Балалар янда. Тиҙерәк именлек, тыныслыҡ урынлашып, барса ир-егеттәр иҫән-имен булып, ғаиләләре, ата-әсәһе, ҡатыны, балалары янына әйләнеп ҡайтһын ине.
- Эльза Елмир ҡыҙы, яҡташта-рыбыҙға ярҙамығыҙ, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт. Ысынлап та, бөгөн барыбыҙҙа ла бер теләк : махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, илебеҙҙә именлек, һиллек урынлашһын.
Мәрхәбә Собханғолова.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас