

Элекке уҡыусыбыҙҙың әсәһе Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы, беренсе уҡытыусыһы Гөлфара Мәхийән ҡыҙының Рәзинәнең бала сағы тураһында хәтирәләре сарабыҙға йәм өҫтәне. Рәзинә менән төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылары Миңзилә Нотфулла ҡыҙы, Альмира Әхмәт ҡыҙы уның тырышлығы, һәр башлаған эшен тиҙ арала еренә еткереп эшләүе хаҡында әйтеп үттеләр. Мәктәп директоры Эльвера Тимерйән ҡыҙы менән директор урынбаҫары Суфия Әмир ҡыҙы, Рәзинәнең миҫалында, ябай ауыл мәктәптәрендә уҡып та, тормошта үҙ урыныңды табырға мөмкин икәнлеген өлгө итеп күрһәтте. Ауыл китапханасыһы Гөлфинә Юлмөхәмәтова ауыл халҡының Рәзинә Зәйнетдинованың китаптарын яратып уҡыуҙары хаҡында һөйләне. Юғары класс уҡыусылары, уҡытыусы Альмира Әхмәт ҡыҙы авторҙың “Рәмилә-Рокси”, “Упҡынға өс аҙым” хикәйәләре буйынса әҙерләгән һорауҙарына яуап биреп, бүләктәр алып шатланды.
Бөгөн – Рәзинә Зәйнетдинова төрлө жанрҙа әүҙем яҙыусы йәш авторҙарҙың береһе. Мажаралы, детектив, фантастик жанрҙарға мөрәжәғәт итеп, хәҙерге замандағы көнүҙәк проблемаларҙы асып һала. Геройҙарының теге йәки был ҡылығына психологик күҙлектән сығып баһа бирә. Рәзинәнең ижадташ дуҫы, “Килен” повесы аша уҡыусының күңелен яулаусы Заһиҙә Мусина менән бергә ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Тоҡаевтың “Билдәһеҙ эҙ” тип аталған детектив повесын башҡорт теленә тәржемә итеүҙәре һәм хәҙерге башҡорт прозаһын үҫтереүгә тос өлөш индереүҙәре өсөн Ш.Бабич исемендәге республика йәштәре премияһына тәҡдим ителеүҙәре лә ошо хаҡта һөйләй. Уҡыусыбыҙға уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Альмира Яҡшыбаева,
Юлыҡ мәктәбенең юғары
категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.