+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2025, 11:10

Ғафури балы - Үҙәк Азияла

12-14 ноябрҙә  Ҡаҙағстан республикаһының Алматы ҡалаһында “FoodExpo Qazagstan- 2025” Үҙәк Азия  халыҡ-ара күргәҙмәһе  бара. Был күргәҙмә аҙыҡ-түлек, төрлө эсемлектәр һәм ҡоролмалар  етештереүселәргә Халыҡ-ара кимәлдә  килешеүҙәр төҙөү өсөн иң ҙур һәм әһәмиәтле майҙансыҡ булып тора. 500-ҙән ашыу төрлө компания ҡатнашҡан   был күргәҙмә үҙ продукцияңды тәҡдим итеп, Үҙәк Азия  сауҙа селтәрҙәренә сығыу өсөн тура юл тип баһалана.

Ғафури балы -  Үҙәк АзиялаҒафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы - Үҙәк Азияла

Иң мөһиме, был күргәҙмәлә  республикабыҙ ғына түгел,  бөтә Рәсәй кимәлендә  иң яҡшы һәм сифатлы булараҡ билдәләнгән һәм бренд балы тип табылған “Ғафури балы” ла ҡатнаша. Әйткәндәй,  умартасы Р Зәйнетдинов етәкселегендәге “ЗА Рус” ЯСЙ-е   етештергән продукция  Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Купец-2.0” йәрминкәһендә лә юғары баһаланды. Бынан тыш  сентябрь айында улар Ҡытайҙың Суйфэнхэ   ҡалаһында үткән  Х Халыҡ-ара йәрминкәлә лә ҡатнашҡайны.

- Рәсәйҙән тап  Ғафури балының  бөтә донъя кимәлендә танылыу яулауы  тотош районыбыҙ умартасылар өсөн  баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә,- ти “За Рус” ЯСЙ-е  етәксеһе, умартасы Руслан Зәйнетдинов.- Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар Ғафури балын тәмләп,  юғары баһа бирҙеләр һәм  артабан эшлекле бәйләнештәр булдырыу тураһында  беҙҙең рәсми вәкил менән һөйләшеүҙәр алып барыла.

Уларға уңыштар теләргә генә ҡала.

 Мәрхәбә Собханғолова.

 

 

Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы -  Үҙәк Азияла
Ғафури балы - Үҙәк Азияла
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас