

- Полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте – эске эштәр органдары структураһында иң оло бүлексәләрҙең береһе булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Участка уполномоченныйҙары – башҡаларҙан айыр-
малы рәүештә, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшмәкәрлегенең алғы сафында – халыҡҡа иң яҡын тороусылар булып, ауыр криминаль йөктө тарта тиһәң дә хата булмаҫ. Улар граждандарҙың иреген һәм хоҡуҡтарын, мөлкәтен закон нигеҙендә, дәүләт исеменән һаҡларға һәм яҡларға хоҡуҡлы. Икенсе төрлө әйткәндә, участка уполномоченныйҙары халыҡтың ышанысын аҡлау, улар менән тығыҙ бәйләнештә булып, мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу эшен алып барырға тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, ул үҙ участкаһындағы хәлде контролдә тотоп, һәр кемдең тын алышын белеп торһа, халыҡ араһында закондарҙы аңлатыу, хоҡуҡ тәртибен өйрәтеү буйынса даими эш алып барһа ғына енәйәтселекте булдырмауға өлгәшә ала. Ғөмүмән, участка уполномоченныйының тынғыһыҙ хеҙмәтен бер ниндәй үлсәүҙәр менән дә билдәләп булмай. Ул ҙур яуаплылыҡты, түҙемлек, сабырлыҡ, уяулыҡ, ваҡытың менән иҫәпләшмәүҙе талап итеүсе хеҙмәт.
Беҙҙең участка уполномоченныйҙары бүлексәһенең 10 айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, участка уполномоченныйҙары тарафынан 74 енәйәт эше асылды, хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 366 административ протокол төҙөлгән.
Участка уполномоченныйҙары бүлексәһе 6 хеҙмәткәрҙе берләштерә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, эске эштәр бүлегендәге кеүек беҙҙең бүлексәлә лә хеҙмәткәрҙәр етешмәүе эшмәкәрлегебеҙҙә ауырлыҡ тыуҙыра. Алты участка уполномоченныйы етешмәй. Участковыйҙарҙың һәр ҡайһыһына биләмәләр бүлеп бирелгән. Түҙемлек, сабырлыҡ, физик яҡтан әҙерлек, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең психологияһын белеүҙе талап иткән участка уполномоченныйы һөнәрен үҙ итеүселәр: өлкән участка уполномоченныйҙары: Сәйетбаба, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләрен полиция подполковнигы Илшат Хәлит улы Кинйәбулатов, полиция капитаны Руслан Радик улы Мәжитов (Бурлы, Имәндәш, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәләре), полиция капитаны Илгиз Сәлимйән улы Түзбәков (Красноусол ауыл биләмәһенең Үҙәк, Новосёлка биҫтәһе), полиция лейтенанты Файруза Әҡсән ҡыҙы Аҡҡужина (Һамар биҫтәһе, Дауахана ҡаласығы), участковыйҙар: полиция капитаны Александр Вячеславович Костин (Аҡкүл, Бельский, Яңғыҙҡайын, Мораҡ, Буруновка, Үтәк, Ташбүкән, Ташлы, Толпар ауыл биләмәләре), полиция кесе лейтенанты Елена Алексеевна Куликова Курорт ауы-лын хеҙмәтләндерә. Һәр ҡайһыһы хеҙмәт автомашиналары (“Шевроле-Нива”, “Лада-Гранта”) менән тәьмин ителгән.
Барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Участка уполномоченныйҙары көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, Ватаныбыҙ хаҡына хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем.