

Милли кейем көнө уңайынан Красноусол ауылы ағинәйҙәре Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар менән осрашып, уларҙы милли кейемдәр һәм биҙәүестәр менән таныштырып, балаларҙы милли ризыҡтар менән һыйлап матур сара ойошторғайны. Ошо сара ваҡытында Светлана Рафик ҡыҙы Ғөбәйҙуллина Красноусол ауылы ағинәйе Минзилә Заһиҙуллинаны ейәне Данис менән фотоға төшөрөп алырға ла өлгөргән һәм бик уңышлы килеп сыҡҡан был фотоһүрәтте “Танышығыҙ, был Рәсәй!” Бөтә Рәсәй фотофестиваленә ебәргән. Бөгөн иһә был фотоһүрәттең фотофестивалдә “Быуындар аша иҫтәлек” (“Память сквозь поколения”) номинацияһында еңеүсе булыуы хаҡында шатлыҡлы хәбәр алынды. Әйткәндәй, Башҡортостандан ебәрелгән тағы өс фотоһүрәт төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған.
Бына шулай, осраҡлы рәүештә генә фотоға төшөп Минзилә Сәйфетдин ҡыҙы ейәне Данис менә бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу яуланы. Уларҙы һәм уңышлы эше менән Светлана Рафик ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ.
Һүрәттә: Минзилә Сәйфетдин ҡыҙы ейәне Данис Заһиҙуллин менән.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.