+28 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Ноября 2025, 07:15

“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!

Районда  ошондай баш аҫтында хәйриә акцияһы бара.

“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!

Был изгелек акцияһы  медицина учреждениеларында оҙайлы дауаланыу  үткән бәләкәй пациенттар- балаларға ярҙам маҡсатында ойошторолған.

Ауыр медицина процедуралары – уколдар, яраларҙы эшкәртеп бәйләү, пункция  алғандан һуң махсус кәрзиндән үҙенә оҡшаған уйынсыҡты һайлап алыу мөмкинлеге балаларға ауыртыуҙарҙы оноторға ярҙам итәсәк.

Мотлаҡ уйынсыҡ түгел, ҡыҙыҡлы китап, йә булмаһа һүрәт төшөрөү өсөн төҫлө ҡәләмдәр менән альбом,  ижади эшләү өсөн йыйылмаларға ла  балалар шат буласаҡ. Иң мөһиме,  улар был бүләкте ҡыйыулыҡтары, батырлыҡтары өсөн награда итеп ҡабул итәсәк.

Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн магазиндан юғарыла һанап үтелгән әйберҙәрҙең береһен һатып алырға һәм  бүләктәрҙе йыйыу пунктына тапшырырға ғына кәрәк. Нимә алырға буламы? Ҡурсаҡтар, машиналар, төрлө конструкторҙар,буяғыс китаптар, төҫлө ҡәләмдәр һәм башҡалар. Бары тик йомшаҡ уйынсыҡтар ғына ярамай.

Алынған бүләкте инде  Красноусол үҙәк район дауаханаһына (Аэродром урамы,15) йә булмаһа район мәҙәниәт һарайына (Коммунистик урамы, 14/1)  тапшырырға була.

“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!
“Батырлыҡ кәрзине” акцияһына ҡушылығыҙ!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас