+14 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Ноября 2025, 07:05

Йәш уҡсылар һынатманы

Ауырғазы районының Мораҙым ауылында “Беҙ бергә!” тигән девиз аҫтында махсус хәрби операция барышында һәләк булған батыр яугирҙар иҫтәлегенә традицион уҡтан атыу буйынса район-ара  турнир үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш уҡсылар һынатманыЙәш уҡсылар һынатманы
Йәш уҡсылар һынатманы

Республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 60-тан ашыу мәргән уҡсы  йыйылған турнирҙа районыбыҙҙан Илшат Хәбибуллин етәкселегендәге “Төньяҡ амурҙары” командаһының йәш уҡсылары ла ҡатнашты һәм уңышлы сығыш яһаны.

 7-9 йәшлек уҡсылар араһында Зарина Баһауетдинова менән Эмир Йәрмиев  икенсе, ә Айлина Хәбибуллина 3-сө урын яуланы.  Бәләкәй уҡсыларҙы был уңыштары менән ихлас   ҡотлап, киләсәктә тағы ла  юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен теләйбеҙ.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас