

Илебеҙҙең тыныслығы өсөн үҙен аямай көрәшкән, яу яландарында һәләк булғандарҙың батырлығы тураһында иҫкә төшөрөп тора бындай һәйкәлдәр. Үткән аҙнала Үзбәк дөйөм белем биреү мәктәбе ихатаһында ла ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында, төрлө локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операция барышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл - мемориаль комплексты асыу тантанаһы үтте. Унда район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов, мәғариф бүлеге белгесе Нәзифә Арыҫланбәкова, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Сараны тантаналы асҡандан һуң ауылдың имам-хатибы Илфат Ғәлин төрлө яуҙарҙа шәһит булғандар рухына атап ҡөрьән аяттары уҡыны.
- Күптәргә мәғлүм булыуынса, 2024 йылдың яҙында көслө дауыл мәктәбебеҙҙең ҡыйығын емергәйне. Шул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә мәктәп биләмәһендә ҡуйылған һәйкәл дә зыян күрҙе, - тине мәктәп директоры, проект етәксеһе Айгөл Ғәбдиева тантаналы сараға йыйылыусылар алдында сығыш яһап. – Район хакимиәте башлығы Венер Вахитовтың тәҡдиме буйынса мәктәп коллективы район мәғариф бүлеге менән берлектә “Геройҙарға – лайыҡлы хөрмәт” проекты менән республика Башлығы гранты конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттек һәм еңеүгә өлгәштек. Бында инде проектты төҙөүҙә мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Айрат улы һәм Нәзифә Нәзир ҡыҙының ярҙамы ҙур булды. Уларға тотош ауыл халҡы исеменән рәхмәт әйтке килә.
Айгөл Кинйәбай ҡыҙы һөҙөмтәле эштәре өсөн проект командаһы ағзаларына, уҡытыусылар коллективы һәм өр-яңы мемориаль комплекс - һәйкәл төҙөүгә тос өлөш индергән ауылдаштарына рәхмәт белдереп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Һәммәбеҙ өсөн дә иң мөһиме – тыныслыҡ һәм именлек. Бөгөн тыныс, матур тормошта йәшәүебеҙ менән беҙ һуғыштарҙа һәләк булған атай-олатайҙарыбыҙға, әлеге көндәрҙә беҙҙең именлегебеҙ, тыныслығыбыҙ хаҡына ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарға бурыслыбыҙ һәм улар тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе, уларҙың исемдәрен онотмаҫҡа тейешбеҙ. Улар беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Килер көндәребеҙ яҡты булһын, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, - тип, ошондай изге теләктәр менән тамамланы сығышын проект етәксеһе Айгөл Ғәбдиева.
- Проект командаһы бер төптән эшләп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оло бурысты атҡарып сыға алды. 15 августан ғына эш башлап, төп эште теүәлләп тә ҡуйҙығыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Айҙар Айрат улы. – Команда берҙәм һәм эшсән булғанда ғына ошондай һөҙөмтәгә өлгәшергә була.
Үҫеп килеүсе йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү көнүҙәк бурыстарҙың береһе булып тора. Балаларҙы беҙ үҙ батырҙарыбыҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ һәм тап ошондай һәйкәлдәр, мемориаль комплекстар рухлы быуын тәрбиәләй. Беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы мәңге иҫтә тоторға тейешбеҙ. Уҡыусыларға тырышып уҡыуҙарын, ауылдаштары хәтерендә ғорурлыҡ тойғоһо уятып, ихтирам яулаған батырҙар өлгөһөндә тырыш, ауылы, иле өсөн яуаплы булып үҫеүҙәрен теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе Айҙар Айрат улы. Ул шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға район хакимиәте һәм мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова ла проект командаһына рәхмәт һүҙҙәре еткереп, балаларҙа патриотик рух тәрбиәләүҙә ошондай һәйкәлдәрҙең ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Үзбәк ауылынан 95 ир-егет ҡулына ҡорал алып, немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа китә. Уларҙың 36-һына ғына оло Еңеү менән тыуған ауылына ҡайтыу насип була. Төрлө локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операция биләмәһендә лә байтаҡ улдарыбыҙҙы юғалттыҡ. Улар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплексты асыу тарихыбыҙҙы барлау, яу ҡырҙарында ятып ҡалған ауылдаштарыбыҙ алдында башыбыҙҙы эйеп, беҙгә бүләк ителгән тыныс тормош өсөн тәрән рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеге лә, - тине ауылдың ветерандар советы рәйесе Гөлнәзирә Ғәлина. – Беҙҙең, йәш быуындың, бәхетле киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән ҡаһармандарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Еребеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ, һиллек урынлашып, әлеге көндә ут эсендә йөрөгән барса уландар ҙа иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, был обелискыға башҡа исемдәр өҫтәлмәһен ине.
Тулҡынландырғыс мәл етте. Проект етәксеһе Айгөл Ғәбдиева, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Айҙар Рафиҡов, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова мемориаль комплекс алдындағы таҫманы киҫеп, һәйкәлдәге аҡ япманы аса һәм сарала ҡатнашыусылар яуҙарҙа һәләк булған ауылдаштарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан саҡырылған ҡунаҡтар, яугирҙарҙың яҡындары, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәйкәл алдына сәскәләр һалды. Ауыл ағинәйҙәре, район мәҙәниәт йорто артистары сарала ҡатнашыусыларға тыуған илгә һөйөү рухы менән һуғарылған, батырҙарҙы данлаған йырҙарын бүләк итте.
Эйе, илебеҙгә, еребеҙгә именлек яулаусыларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ һәм беҙҙең бурыс - бәхетле киләсәк өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙар хаҡындағы иҫтәлектәрҙе киләсәк быуындарға тапшырыу.
Мәрхәбә Собханғолова.