Мәҫәлән, 2025 йыл башынан алып 1332 миллион һумлыҡ 2646 мөлкәт объектына арест һалынған, шуларҙан 746-нан ашыу кеше автомобиленән ҡолаҡ ҡаҡҡан. Саралар уҙғарыу һөҙөмтәһендә 474 миллион һумдан ашыу аҡса юллап алынған. Яңыраҡ ҡына ҡыйбатлы “PORSCHE CAYENNE” автомобиле хужаһы, 280 мең һумдан ашыу суммаға һалым түләмәгәне өсөн, ваҡытлыса транспортһыҙ ҡалған, уны ҡайтарып алыу өсөн хужаға бирәсәген түләргә кәрәк буласаҡ.
Бындай рейдтар уҙғарыу бюджетты тулыландырыуҙы ғына күҙҙә тотмай, ул йөкләмәләрен үтәп барыусы намыҫлы һалым түләүселәрҙе хуплау ҙа булып тора. Һәр гражданин шуны иҫтә тоторға тейеш: һалым йөкләмәләрен үтәү – ул закон ғына түгел, ә йәмғиәттә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртеү ҙә!
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иҫкәртә: һалым буйынса бирәсәге бармы-юҡмы икәнен граждандар һәр ваҡыт үҙ аллы тикшерергә мөмкин. Бының өсөн һалым инспекцияһына килеү мотлаҡ түгел. Бурысың барлығын (йәки уның юҡ икәнен) түбәндәге ысулдар менән белеп була:
- Рәсәй Һалым хеҙмәте сайтындағы “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисы йәки “Һалымдар ФЛ” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында; “МФЦ офисына мөрәжәғәт итеп”; “Госуслуги” порталында.
Бирәсәкте ошолар араһынан үҙеңә уңайлы ысул менән: Рәсәй Һалым хеҙмәте сайтындағы “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”, “Һалымдар һәм пошлиналар түләү” интернет-сервистары, “Һалымдар ФЛ” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында; “Госуслуги” порталында, телефондағы банк ҡушымталарында, банктарҙың офистарында йәки банк терминалдарында түләргә мөмкин.