

Мәктәп йылдарынан ижади эшкә ылыҡҡан Рәмзиә Ғайса ҡыҙының тәүге шиғырҙары республика балалар баҫмаһында, районыбыҙҙың “Йондоҙ”, “Табын” гәзиттәрендә даими донъя күрә. Эшләү йылдарында Мәндем мәктәбендә “Йәш хәбәрселәр” түңәрәге алып барып, балаларҙы ижади эшкә ылыҡтырҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, оҙаҡ йылдар районыбыҙ ижадсыларын бергә туплаған “Мағаш тауышы” әҙәби берекмә етәксеһе булды.
Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторған сарала Рәмзиә Гайса ҡыҙының яҡындары, ижадташ дуҫтары, “Табын” гәзите, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Красноусол, Мәндем ауылы ағинәйҙәре, МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Сара бик тулҡынландырғыс һәм уйландырғыс булып, йылы шарттарҙа һәм бер тында үтте. Авторҙың шиғырҙары уҡылды, уға изге теләктәр еткерелде.
Ә инде район мәҙәниәт йорто артистарының йыр-моңдары, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия – интернатынан башланғыс класс уҡыусыларының шағирәнең балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын тасуири итеп, илһамланып уҡыуҙары, ейәнсәре Алтынай Вәлишинаның “йөҙөп йөрөп” бейеүе кисәне тағы ла йәмләндерҙе.
Сара тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.
М.Мәмәтҡолова.