- Бюджет-ара трансфертын биреү Тәртибенә ярашлы, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан автомобиль юлдарын тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау сығымдарын берлектә финанслау өсөн бирелгән субсидиялар территориаль заказ сиктәрендә бүленде. 2025 йылға автомобиль юлдарын һәм уларҙағы ҡоролмаларҙы ремонтлау һәм капиталь ремонтлау өсөн лимит яҡынса 26 миллион һум тәшкил итә; Радий Фәрит улы Хәбиров беҙҙең районға килгәндән һуң, Красноусол ауылындағы юл өҫлөгө күсмә (переходный) типта булған урамдарҙы асфальтлау өсөн өҫтәмә финанслау (ике йылға 43 миллион һум) бүлеү тураһында Республика Транспорт министрлығына йөкләмә бирелде. Транспорт министрлығы менән өҫтәмә килешеү төҙөлдө, 2025 йылға ремонт буйынса лимиты 23 миллион һумға арттырылды. Бөгөнгө көндә 2025 йылға бөтә лимиттарҙың тулы күләмдә файҙаланылғанын ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Һәр объектҡа айырым туҡталып үткәндә, ике объект 2024 йылдан күскән ине. Улар: Красноусолдағы Коммунистик урамында 1170 метр арауыҡтағы асфальт-бетон юл япмаһының өҫкө ҡаты һалынды. Еңеү һәм Матросов урамында юлдың ремонтланды. Аҫҡы һәм өҫкө асфальт-бетон ҡатламдары түшәлде, 535 метр оҙонлоҡтағы участкала ҡырсын нигеҙ ҡоролдо. 500 метрлыҡ участкала ҡырсын нигеҙ һалынып, юл өҫлөгөнә күсмә типтағы япма булдырыу эштәре башҡарылды.
2025 йылда Красноусол ауылында Коммунистик урамында Төлкәҫ йылғаһы аша сығыу урынына килеү юлдарын ремонтлау, күперҙең терәк стенаһын нығытыу һәм тупраҡты тергеҙеү эштәре башҡарылды, күперҙең техник үткәүелдәренең асфальт ҡатламы тергеҙелде. Красноусолдағы Леваневский урамында Гагарин урамынан Кейекбаев урамына тиклем 320 метр юл ремонтланды. Хәтерегеҙҙә булһа, был урамда беҙҙең һуңғы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәне. Эш башҡарыу барышында подрядсы ойошма үҙ аҡсаһына ветерандың йортона инеү юлын да асфальтланы.
2025-2027 йылдар объекттары. Дөйөм файҙаланыуҙағы урындағы әһәмиәттәге юлдарға ҡырсынташ түшәү эштәре Еҙем-Ҡаран - Үзбәк урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлы участкаһында 3,8 км оҙонлоҡта, Еҙем-Ҡаран - Ибраһим урындағы әһәмиәттәге юлдың - 2,770 км, Аҡташ ауылына кергән ерҙә урындағы әһәмиәттәге юлдың 2,380 км участкаларында юлдар ремонтланды, бындағы юлдарҙың профилен үҙгәртеү һәм Берёзовка ҡырсын карьерынан алынған ҡырсын ҡатнашмаһын юлға түшәү эштәре башҡарылды.
2025-2026 йылдар объекттары. Өҫтәмә килешеү сиктәрендә, асфальтланған урамдар юлдарын күсмә типтағы япма менән Красноусолда түбәндәге объекттарҙа эштәр башҡарылды: Аксаков, Усолка, Ершов, Тыныслыҡ (Мир) урамдары юлдары (дөйөм оҙонлоғо – 597 м), Көнсығыш (Восточная) урамы Коммунистик урамынан Д.Бедный урамына тиклемге юлдарҙы (406 м), Гоголь урамы буйынса Пушкин урамы киҫелешенән Талбазы – Красноусол автомобиль юлына тиклемге юлдар (710 м), Йәшел (Зелёная) урамы буйынса Гагарин урамынан Ровенская урамынаса юлдарҙы (228 м), Пугачёв урамы буйынса Коммунистик урамы 7-се йортҡа тиклемге (362 м), Ровенская урамының 1-сенән 10-сы йортона тиклемге (182 м) юлдарҙы ремонтлау, ҡомташтан нигеҙ төҙөү эштәре башҡарылды, шулай уҡ асфальт ҡаплауҙың аҫҡы һәм өҫкө ҡатламдары һалынды, юл ситтәрен ҡомташ менән нығытыу эштәре лә башҡарыласаҡ. Ремонтланған участка оҙонлоғо 406 м. Барлыҡ алты объекттағы эштәрҙе “Дорстрой” ЯСЙ-е башҡарҙы.
Шулай уҡ Ғафури районы юл фонды заказдарын үтәү йәһәтенән “Красноусол коммуналь хужалығы” ЯСЙ-е тарафынан Красноусолдағы Леспромхоз тыҡрығына ҡырсынташ түшәү (отсыпка) эштәре башҡарылды. Юл өҫлөктәренең аҫҡы һәм өҫкө ҡатламдары ябылды. Муниципаль әһәмиәттәге автомобиль юлының Мораҙ ауылына ингән 1132 метр оҙонлоҡтағы участкала ла эштәр башҡарылды. Ҡырсынташ Имәндәш ауыл биләмәһенең Юрмаш ауылы янында урынлашҡан карьерҙан алынды.
БР Юл хужалығы идаралығы ДКУ-һы үҙ сиратында республика территориаль заказы иҫәбенә түбәндәге объекттарҙа муниципаль-ара әһәмиәттәге юл участкаларында ремонт эштәрен башҡарҙы: Цапаловка - Яңғыҙҡайын-Алатана муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлының 2,33 км участкаһында ремонт үткәрелде. Был юлдың нигеҙенә ҡырсын түшәү һәм өҫлөгөн ике ҡатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһынан һалыу эштәре башҡарылды. Подрядсы ойошма - "Башкиравтодор" АЙ. Ошо уҡ муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы 4,22 км автомобиль юлының нигеҙен ҡырсын (ҡырсын-ҡом ҡатнашмаһы) менән ҡороу эштәрен подрядсы ойошма - "Башальянсстрой" ЯСЙ-е башҡарҙы. Архангел-Красноусол муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлының 5,0 км участкаһында ике ҡатлы асфальт-бетон ҡатнашмаһынан япма һалыу эштәре подрядсы ойошма "Дортранстрой" ЯСЙ-е тарафынан башҡарылды. "Башкиравтодор" АЙ Стәрлетамаҡ филиалының Ғафури участкаһы көсө менән Табын ауылының Үҙәк урамында соҡорҙарҙы ремонтлау эштәре башҡарыла.
Шулай уҡ урман фондында Ғафури районы биләмәһендә янғынға ҡаршы тәғәйенләнгән урман юлдарын төҙөү эштәре башҡарылды: Красноусол - Толпар муниципаль-ара юлынан Ерекле ауылына инеү юлы, оҙонлоғо 9,8 км, һәм Һаралы ауылына урман юлы, оҙонлоғо 10,1 км. Эштәр БР Янғындарҙы һүндереү үҙәге тарафынан Ғафури урман хужалығы етәкселегендә башҡарылды, Толпар ауыл биләмәһе хакимиәте лә әүҙем ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, район буйынса ағымдағы йылда 10 км-ҙан ашыу дөйөм ҡулланылыштағы күсмә типтағы япмалы юлдарға ҡырсын түшәлде. Яҡынса 11,5 км дөйөм ҡулланылыштағы юлдар асфальтланды.