

Рәйсә Фәрит ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан һуң 1946 йылда Ҡотлоғужа ауылында тыуып үҫкән. Уңған ғаиләлә дүрт бала үҫеп, ул өсөнсөһө булып буй еткергән. Ҡыҙға һигеҙ йәш тулғанда атаһы вафат була. Әсәһе бик тырыш була, умарта тотоп, баҡсаһында ла барыһын да үҫтереп ғаиләһен етеш йәшәтә. Әлеге көндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һеңлеһе Рәшиҙә апаһына терәк, серҙәш була. Тыуған ауы-
лында тырышып уҡыған ҡыҙ 8-се класты тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһының татар бүлегенә уҡырға керә. Унда ла тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Дүрт йылдан ҡулына диплом алғас, Игенйылға ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта. Уға күҙ һалып йөрөгән Вилсур исемле егет, ҡайтыу менән ҡыҙҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була. Бер йыл эшләгәс, ауылдаш егеткә кейәүгә сығып, Ҡотлоғужа мәктәбенә эшкә күсә.
- Уҡытыусыларға һәр саҡ хөрмәт менән ҡараным, шуға ла уҡытыусы булырға насип иткәндер. Педагогия училищеһында көслө уҡытыусылар уҡытты. Ә уҡып бөткәс үҙемде уҡытҡан уҡытыусылар араһына эшкә килдем. Мин ауыл уҡытыусыһы ла, уҡыусыһы ла ҡаланыҡынан айырылмаҫҡа тейеш, тигән талап ҡуя торғайным. Улар ҙа шул уҡ балалар бит. Элек ауыл уҡытыусыһына агитатор, депутат та булырға кәрәк ине, юл сабыу, колхозға ярҙамлашыу кеүек бөтә эш беҙҙең өҫтә була торғайны, - ти Рәйсә апай эшләгән йылдарын иҫкә алып.
Ике тиҫтә йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән талапсан, үҙ һөнәрен яратып башҡарған уҡытыусыны уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп күсерәләр. Был вазифала һигеҙ йыл эшләй, дүрт йылдан ашыу директор ҙа булып эшләргә тура килә. Ауылдаштары һәр саҡ ихтирам, ышаныс менән ҡарап, ауыл Советына депутат итеп тә һайлайҙар. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетында уҡып, юғары белем алыуға ла ирешә.
Рәйсә Фәрит ҡыҙы уҡытҡан уҡыусылар төплө белемле булыуҙары менән айырылып тора. Әлбиттә, заманында мейескә ут яғып йылытҡан ваҡыттарҙа ла эшләргә тура килә, ләкин зарланмай, үҙенең яратҡан эшен күңел һалып башҡара.
Вилсур Йәғәфәр улы менән башта бәләкәй генә өйҙә торалар, һуңынан ҙур йорт һалып сығалар. Был йортта өс ул - Рөстәм, Рәшит, Ринат буй еткергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вилсур ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 18 йыл булһа, бынан 10 йыл элек оло улдары Рөстәм мәрхүм булып, әсә кешегә бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килгән. Рәшит улы Илүзә килене менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһә, Ринат улы Зилә килене менән Талбазыла төпләнгән. Әйткәндәй, Рәйсә апайҙың өс килене лә педагог. Бөгөнгө көндә ғәзиз әсә алты ейәнсәр-ейәнгә өләсәй булып, уҡытыусы булараҡ уларға йүнәлеш, кәңәш-төңәш биреп йәшәй. Балалары ла әсә йортона йыш ҡайтып, ярҙамдарынан ташламайҙар.
Беренсе уҡытыусыны икенсе әсәй кеүек, тиҙәр. Эйе, һине уҡырға-яҙырға ғына өйрәтеп ҡалмай, ә тулы шәхес булып формалашыуыңда төп роль уйнаған, аҡты-ҡаранан айырырға өйрәткән кеше лә ул. Был яҡлап бик күптәр Рәйсә Фәрит ҡыҙына рәхмәтле бөгөн. “Балаларҙың иҫәнләшеп, килеп хәлемде белеп китеүҙәре үҙе ҙур шатлыҡ. Шуға ла ошо һөнәрҙе һайлауыма бер ҙә үкенмәйем”, - ти ул.
Дүрт тиҫтә йылдан ашыу балаларға белем биргән хөрмәтле ветеран уҡытыусы бөгөн дә уҡыусыларының яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып йәшәй. Башҡа әсәләр кеүек үк уның да теләге бер: “Тиҙерәк махсус хәрби операция тамамланып, донъялар тынысланһын. Балалар атай-әсәйҙәре менән үҙҙәренең тыуған ерҙәрен йәмләп йәшәһен”, - ти.
Тиҫтәләгән уҡыусының икенсе әсәһенә әүерелеп, уларға үҙенең күңел йылыһын таратҡан, хәстәрлекле әсәй-өләсәй булған Рәйсә Фәрит ҡыҙына алда ла бәрәкәтле тормошта һаулыҡ-сәләмәтлектә, уҡыусыларының, балаларының рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп, ауылдың күрке булып оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.