+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2025, 05:00

Биш улға ғүмер биргән әсә

Һәр кем был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә. Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур, иң яуаплы, иң изге бурысы – ул әсә булыу - бала табып бағып, кешелекте дауам итеү.

Биш улға ғүмер биргән әсәБиш улға ғүмер биргән әсә
Биш улға ғүмер биргән әсә

Сабый донъяға килгәс, “Ата-инәле үҫһен!” тип теләйбеҙ. Әммә тормош һин теләгәнсә генә барһа ине лә бит... Һүҙем Красно-усолда йәшәүсе, йәшләй тол ҡалған, биш бала әсәһе Гүзәл Шәрәфетдинова тураһында булыр.
Сәйетбаба ауылы һылыуы Гүзәл Авзал ҡыҙы тамырҙары менән Аҡташ ауылынан булған Красноусол егете Айрат Шәрәфетдинов менән танышып, ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Һәм бер-береһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән йәштәр 2007 йылда өйләнешә. Киләһе йылына мөхәббәт емештәре – улдары Айгиз, уның артынса бер-бер артлы дүрт улдары донъяға килә.
Тормош ҡорғас, Красно-усолда төпләнергә ҡарар иткән ғаилә башта фатирға төшөп йәшәй, артабан үҙ мөйөштәрен булдырыу уйы менән бәләкәй генә өй һатып алалар. Икеһе лә төрлө ойошмаларҙа эшләйҙәр, артабан ғаилә башлығы Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп, хеҙмәт юлын дауам итә. Балалары ишәйгәс, өйҙәрен төкәтмәләп ҙурайталар, хәҙер йорттары ҙур, иркен, зал, кухня, айырым йоҡо бүлмәләре, санузел (дөйөм 119 кв.м.). Ясная поляна урамының иң күркәм, нурлы йорттарының береһе, ҡалалағыса барлыҡ уңайлы шарттар булдырылған. Хужабикә йортҡа газ үткәреү хәстәре менән йөрөй.
Биш балаға атай булып, матур ғына йәшәп ятҡанда һәм эшләп йөрөгәндә ғаилә башлығы Айрат Марат улы 2023 йылдың көҙөндә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөшөп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың йәйендә батырҙарса һәләк була. Хәҙер Гүзәлдең иңендә яңғыҙына биш баланы тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу. Улдарының иң өлкәне Айгизгә 21 йәш, Ҡораллы Көстәр сафында Брянскиҙа һалдат бурысын үтәп ҡайтҡан, "хәрби бәрелештәр ветераны" таныҡлығына эйә буласаҡ, әле Стәрлетамаҡта эшләй, Себер тарафтарына эшкә юлланырға уйлай. 17 йәшлек Айҙар Стәрлетамаҡ ҡалаһында колледжда энергетик һөнәрен үҙләштерә. Вадим менән Алмаз Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә 4-се һәм 3-сө класта уҡыйҙар. Иң кесеһе – 6-сы йәше менән барған Илдар “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөй.
Гүзәл өмөттәр, мөмкинлектәр һәм ынтылыштар тулы йәшлек йылдары, тормош иптәше Айрат менән тәүге танышыу хистәре тураһында берсә тулҡынланып, берсә юҡһынып һөйләне.
- 2007 йылда законлы никахҡа инеп, өйләнештек. 16 йыл бергә парлы ғүмер кисереп ҡалдыҡ. Айрат Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөнө, улдары өсөн өҙөлөп торҙо. Уларҙың киләсәген уйлап, МХО-ға юлланды ла инде. Шул тиклем дә иғтибарлы булды, ниндәй байрам булмаһын сәскәһеҙ ҡайтмаҫ ине, хатта үҙе өйҙә булмағанда ла миңә сәскә гөлләмәләре ебәртә ине. Шулай уҡ әсәһе – ҡәйнәм Зөлфирә Мәжит ҡыҙын да сәскәләрҙән өҙмәне, ҡәйнәм бик һәйбәт кеше, улына матур тәрбиә биргән, - тип хәтер йомғағын һүтте Гүзәл. – Иремдең иҫән сағында теләге булып та хыялында ҡалған эштәрен тормошҡа ашырып, йортобоҙҙо ҙурайттырҙым, уны матурлауҙа көсөмдө һалдым, гараж төҙөттөм, әле газ үткәреү мәшәҡәттәре менән йөрөйөм, - ти ул. – Айраттың 39 ғына йәшендә яу яланында һәләк булыуы үкенесле булды, әлбиттә. Ярай, Шәрәфетдиновтар нәҫеле дауамсылары – атайҙары юлын дауам итеүсе үҙенең төҫө булған улдары бар. Уларҙың киләсәге матур булһын тип һуғыш ғәрәсәте эсенә юлланған атайҙары иҫтәлеге итеп улдарыма атап фатирҙар һатып алдым.
Гүзәл Авзал ҡыҙы төшөнкөлөккә бирелмәй, донъяһын гөлдәй итеп көтә, яңғыҙ түгел, ҡул араһына инеп килгән улдары - терәге-таянысы. Һеңлеһе ғаиләһе менән яҡында ғына йәшәй, энеһе Себер тарафтарында эшләй, улар ярҙамдарынан ташламайҙар. Ата-әсәһе, ҡәйнәһе, туғандары ла хәл белешеп торалар. Балаларына мөмкин тиклем иғтибар бирә, хәстәрлек күрһәтә, улар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн тырыша, айырыуса әүҙемлеге менән айырылған улы Алмаз Илшат Хәбибуллин етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә йөрөй. Ул быйыл Мәскәүҙә Кремлдә уҙасаҡ Яңы йыл шыршыһы байрамында ҡатнашасаҡ. Улдарын ғорурланырлыҡ батыр йөрәкле атайҙары өлгөһөндә тәрбиәләй әсә. Ире Айрат Марат улына арнап иркен залдың иң түрендә мөйөш булдырған, унда МХО яугирының ҙурайтылып, рамаға ҡуйылған фотолары, Батырлыҡ ордены, документтары, хәрби билеты һәм башҡалар урын алған. Иҫтәлеккә яуҙа яңғыҙы һәм яуҙаштары менән төшкән фотоларҙан альбом да эшләгәндәр.
Улдары менән бәхетле әсә Гүзәл Авзал ҡыҙы иренең маҡсаттарын тормошҡа ашырып, балаларын һөйөүгә сорнап, һәр ҡайһыһына йөрәк йылыһын тигеҙ өләшеп, лайыҡлы һәм бәхетле итеп үҫтерергә, оло тормош юлына баҫтырырға тырышып йәшәй.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас