

Балалар янына кем бушҡул барһын инде. Ҡунаҡтар әкиәт геройҙары менән бергәләп сағыу концерт номерҙары һәм ,әлбиттә, тәмле-татлы күстәнәстәр ҙә килтергәйне. Интернатта тәрбиәләнеүселәр тамашасы ролендә генә булманы, ҡунаҡтар менән бергә йырланы-бейене, рәхәтләнеп уйнанылар. Улай ғына ла түгел, үҙҙәренең һөнәрҙәрен, һәләттәрен дә күрһәттеләр. Изгелек һәм миһырбанлыҡ байрамының шулай сағыу, балаларҙың хәтерендә уйылып ҡалырлыҡ итеп ойошторолоуына һәм унда ирекмәндәргә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҡатнашыу мөмнкинлеге биргәндәре өсөн М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы интернат-мәктәп етәкселегенә бик рәхмәтле.
М.Мәмәтҡолова.