

Мендельсон маршы аҫтында 60 йыл тиңлектә-тигеҙлектә йәшәүсе Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән Рәфҡәт Әхмәҙулла улы Ниғмәтуллиндар, алтын ғаилә юбилейҙарын билдәләүсе Фәниә Йәнүр ҡыҙы менән Әнүәр Әбүзәр улы Муллағоловтар, Светлана Тимерғәли ҡыҙы менән Мансур Шаһиҙулла улы Хөснийәровтар, Минеүәрә Миниғәли ҡыҙы менән Ринад Ғәлимулла улы Ғайсиндар залға үтеп, түрҙән урын ала.
Миңзәлә менән Рәфҡәт Ниғмәтуллиндар 1965 йылдың 24 авгусында ғаилә ҡорған, ҡулға-ҡул тотоношоп, икәүләп бер юлдан барып, тырышып донъя көтәләр, улар өс балаға ғүмер биреп, бер ейәнсәргә, бер бүләгә олатай-өләсәй. Рәфҡәт Әхмәҙулла улы Красноусол балалар шифаханаһында мәктәп директоры булып 51 йыл, Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Красноусол мәктәбендә 40 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән. Икеһе лә хеҙмәт ветераны наградаһына, Рәсәй Федерацияһы миҙалдарына лайыҡтар. Рәфҡәт Әхмәҙулла улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы”.
1975 йылдың 19 июлендә гөрләтеп туй үткәреп, матур ғаилә булып тиңлек-тигеҙлектә йәшәүсе Светлана менән Мансур Хөснийәровтар никахҡа инеп йәшәүҙәренең 50 йыллығын билдәләгән. Мансур Шаһиҙулла улы мәктәп директоры, район мәғариф бүлеге мөдире булып хеҙмәт юлы үтеп, артабан райондың Халыҡты социаль яҡлау идаралығында эшләп, Светлана Тимерғәли ҡыҙы Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сығалар. Икеһенә бергә 50 йылдан ашыу эш стажы. Өс балаға (бер ул, ике ҡыҙ) изге атай-әсәй, ейәнсәр-ейәнгә бәхетле олатай-өләсәй.
Фәниә менән Әнүәр Муллағоловтар ҙа бынан 50 йыл элек, 1975 йылда ғаилә ҡорған, 4 декабрҙә “алтын туй”ҙарын билдәләне. Ғаилә башлығы Әнүәр Әбүзәр улы “Халыҡты социаль яҡлау идаралығының атҡаҙанған хеҙмәткәре”, Фәниә Йәнүр ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы” исемдәрен йөрөтә. Муллағоловтар ике балаға (ҡыҙ, ул) ғүмер биреп, бөгөн дүрт ейән-ейәнсәрҙе һөйөү бәхетен кисереп йәшәүсе олатай һәм өләсәй.
“Алтын” ғаилә юбилярҙары Минеүәрә менән Ринад Ғайсиндар - бер-береһенә булған матур хистәрҙе ошо йылдар арауығында сайпылтмай, саф килеш һаҡлаған һоҡланырлыҡ бәхетле пар. Ринад Ғәлимулла улы Ишембай ҡалаһында нефтсе булып 43 йыл хеҙмәт итһә, Минеүәрә Миниғәли ҡыҙы Ишембайҙағы аяҡ кейеме фабрикаһында бухгалтер вазифаһында 40 йылдан ашыу хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сығалар. Ике балаға ғүмер биреп, өс ейәндең уңыштарына һөйөнөп йәшәйҙәр.
ЗАГС бүлеге мөдире Зәлифә Риф ҡыҙы Сәйфуллина ғаилә юбилярҙарын был мөһим һәм иҫтәлекле көндәре менән тәбрикләне. Юбилярҙарҙы район хакимиәте башлығы исеменән ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән Альбина Ғәзизова ҡотланы, сәскә гөлләмәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Юбилярҙар ЗАГС бүлегенең Почётлы кенәгәһенә ҡултамғаларын ҡуйҙы, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, йәшлек туйҙары мәлдәрен иҫтәренә төшөрөп, вальс та әйләнделәр.
Иҫтәлекле кисә район мәҙәниәт һарайы артистары Фәрүәз Урманшин, Рәзилә Хәбибуллина, Хызыр Нәзиров, Разалия Салауатованың йыр-моңдары, Гөлфирә Әлмөхәмәтова менән Фәнзил Ғәлиндың дуэттарына үрелеп барҙы һәм күмәк фотоға төшөү менән тамамланды.
Яҙмыштың бер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоношоп, иңде-иңгә ҡуйып атлаған, йәштәр өсөн һоҡланғыс өлгө булырлыҡ был ғаилә парҙарына артабан да тиңлектә-тигеҙлектә, бәхетле ҡартлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.