+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 10:20

Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары

Кисә район мәҙәниәт һарайында Ирекмәндәр көнөнә арналған “Мин – ирекмән!” тигән бик әһәмиәтле һәм матур сара үтте.

Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙарыИрекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары
Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары

Унда ҡатнашыусылар районыбыҙ ауылдары ирекмәндәренең эшмәкәрлеген сағылдырған бай күргәҙмә менән танышты. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы яугирҙар өсөн паракордтан тактик беләҙек үреү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо. 

 Сараның тантаналы өлөшө тамашасылар залында дауам итте. Байрамға йыйылыусы ирекмәндәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова һәм башҡаралар тәбрикләне. Айырыуса әүҙем эшләүсе ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары уларға дәртле йыр-моңдарын бүләк итте.

Районыбыҙҙың барса ирекмәндәрен  байрамдары уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Һеҙ - алғы һыҙыҡтағы яугирҙарҙың  төп таянысы булған бөгөнгө көн  геройҙары. Ныҡлы һаулыҡ, көс-ҡеүәт, ныҡлыҡ һеҙгә, ҡулдарығыҙ арыу-талыу белмәһен.

 

(Ирекмәндәр көнөнә арналған сара тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.)

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары
Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары
Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары
Ирекмәндәр - бөгөнгө көн геройҙары
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас