+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 09:07

Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште

21 ноябрҙә район хакимиәтенең кәңәшмәләр залында райондың Эшҡыуарҙар конференцияһы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина, район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рауил Ниғмәтуллин, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Мой бизнес” үҙәгенең бүлендек подразделениеһы етәксеһе Татьяна Полушкина, БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының экологик ағартыу һәм туризмды үҫтереү бүлеге начальнигы Римма Ғәлиева, БР Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Ғафури районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы Максим Виденеев һәм район эшҡыуарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләштеРайоныбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште

Конференцияны асып, район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы В.Ф.Вахитов исеменән сәләмләне. Һәм Ғафури районы биләмәһендә эшҡыуарлыҡ үҫеше, шулай уҡ бизнесҡа муниципаль ярҙам саралары менән таныштырҙы. 2024 йылдың июленән 2025 йылдың октябренә тиклем Гөлнара Ринат ҡыҙы райондың бизнес-шерифы вазифаһын да башҡарған. Кәңәшмәлә ул райондың яңы бизнес-шерифы Рауил Шамил улы Ниғмәтуллин менән таныштырҙы.
- Һуңғы ике тиҫтә йылда эшҡыуарлыҡ беҙҙең райондың иҡтисади үҫеше өсөн төп көскә әйләнде. Был өлкә ҡулланыусыларҙы тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итә, иң күп эш урындарын булдыра, урындағы бюджеттарҙы һалым түләүҙәре менән тулыландыра. 10 ноябргә ҡарата, һалым хеҙмәте реестры мәғлүмәттәре буйынса, район биләмәһендә 645 эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлгән, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 4% үҫеш күҙәтелә. Районда үҙ аллы эшләүселәр һаны - 2950 кеше, - тип башланы үҙ сығышын Г.Ғөбәйҙуллина.
- Күпселек эшҡыуарҙар күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа (33,4%), ауыл хужалығы (13,2%), етештереү (13%), көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү (8%) өлкәләрендә эшмәкәрлек алып бара. Эшҡыуарҙар тарафынан 16 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, уларҙың дөйөм хаҡы 440 миллион һум тәшкил итә һәм 122 эш урыны булдырыла. 589 миллион һумлыҡ 5 инвестиция проекты тормошҡа ашырыуға планлаштырылған. Уларҙың иң ҙуры: эсәр һәм минераль һыу етештереү һәм шешәләргә тултырыу заводы төҙөлөшө, уға инвестициялар күләме 500 миллион һумға етә һәм 50 эш урыны булдырыласаҡ. Был проекттар менән беҙ хакимиәт башлығының “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” форматындағы кәңәшмәләрендә танышабыҙ. 2025 йылдың үткән осоронда 43 кәңәшмә үткәрелде, 65 инвестиция проекты ҡаралды.

Уңыштар ҙа күп

Ғафури районы эшҡыуарҙары йыл һайын төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша һәм үҙҙәренең еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Эшҡыуар Светлана Фоминаға Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының ведомство наградаһы тапшырылды һәм "Почётлы сауҙа хеҙмәткәре" исеме бирелде, - тип дауам итте ул. - Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә федераль һәм республика конкурстары сиктәрендә бүленгән субсидиялар булышлыҡ итә. Мәҫәлән, 2025 йылда фермер Линар Сөләймәнов "Агротуризм" программаһы буйынса федераль гранттар конкурсында еңеп, Имәндәш ауылы янындағы турбазаны төҙөкләндереүгә 10 миллион һум күләмендә грант алды. Башҡортостан Республикаһы туризм инфраструктураһын грант менән яҡлау конкурстары еңеүселәре исемлегенә Рияз Ғилвановтың да проекты инде, грант суммаһы 1,5 миллион һум тәшкил итте. Районыбыҙҙың ике эшҡыуары "Агростартап" республика конкурсында еңеүсе тип танылды: Илья Макаров һуйыу цехы, мини-тейәгес, ыҫлағыс һәм комбикорм етештереү мини-заводы өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 2,9 миллион һум, Роман Чазов трактор һәм еләк эшкәртеү өсөн ҡорамалдар һатып алыуға 2,4 миллион һум грант алды.
2024 йылда "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" төбәк конкурсында шәхси эшҡыуар Жанна Хизбуллина "Йыл асышы" номинацияһында еңеүсе булды. Ошо уҡ йылдарҙа йыл һайын үткәрелә торған "Йыл һалым түләүсеһе" республика конкурсы лауреаты шәхси эшҡыуар Николай Фомин булды. “2024 йылдың иң яҡшы йәш эшҡыуары" номинацияһында "Йыл эшҡыуары" республика конкурсы еңеүсеһе шәхси эшҡыуар Иван Пастухов булды. Эшҡыуарҙар советы ултырышында Ғафури районы эшҡыуарҙарының тәүге профсоюз ойошмаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеп, ойошма рәйесе итеп Василий Калачигов һайланды.

Бизнесҡа - ярҙам

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, районда өс "Бизнесҡа булышлыҡ итеү" үҙәге эшләй, уларҙың белгестәре эшҡыуарҙарға консультация ярҙамы күрһәтә, бухгалтер иҫәбен һәм һалым отчётлығын алып бара. Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау буйынса муниципаль программа тормошҡа ашырыла. 2022-2024 йылдарҙа 12 эшҡыуарға дөйөм суммаһы 1 млн 910 мең һумлыҡ субсидия бирелде. 2025 йылда республика бюджетынан берлектә финанслау булмау сәбәпле конкурс үткәрелмәне.
Районда шулай уҡ социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу проекты тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан түбән булған граждандарға үҙ бизнесын булдырыу һәм үҫтереү өсөн 350 мең һум аҡса бүленә. 2024 йылда был йүнәлеш буйынса 12 кешегә 4 млн 200 мең һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтелде, 2025 йылда – 11 кешегә 3 млн 850 мең һум.
Эске туризм үҫешә
Районыбыҙҙа эш-ҡыуарлыҡтың перспективалы йүнәлештәренең береһе булып туризмды үҫтереү тора. Туризм өлкәһендә 34 эшҡыуар эшләй. Эске туризмды үҫтереү сиктәрендә 2025 йылда Ғафури районының туристик маршруттары буйынса ентекле юл күрһәткесе әҙерләнде. “Торатау” геопаркында “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” киҫелештәрендә Рәсәйҙә беренсе ике “алтын ҡаҙаҡ” ҡуйылды.
Район биләмәһендә Көгөш һәм Еҙем йылғалары ярҙарында, Аҡкүл буйында һәм изге шишмәләр янында урынлашҡан 17 туристик база эшләй. 2025 йылдың тәүге 10 айында туристик ағым 106 меңдән ашыу кеше тәшкил итте, был уҙған йыл күрһәткесенән (2024 йылда 86 мең турист) күпкә артығыраҡ.

Изгелегегеҙ өсөн рәхмәт!

Эшҡыуарҙар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”н тормошҡа ашырыуҙа, хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!” акцияһында, һабантуй һәм төрлө күргәҙмәләр үткәреүҙә ярҙам итәләр, Табын ауылы балалар приютына шефлыҡ итәләр: Рияз Мәхмүт улы Ғилванов, Татьяна Юрьевна Юльметова, Светлана Ивановна Фомина. Табын коррекция мәктәбе балаларына бушлай хеҙмәт күрһәтәләр: Рәмил Мансур улы Марваев (“Марвай” атлы туристик хужалығы), КФХ башлығы Әлфиә Шамил ҡыҙы Смирнова (“Күркәм дөйәғош” КФХ-һы). Әлбиттә, иң мөһиме – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам. Һеҙ гуманитар ярҙам менән тәьмин итеүҙә әүҙем ярҙам күрһәтәһегеҙ, техника һатып алыуға, транспорт сараларын ремонтлауға тиклем кәрәкле бөтә нәмәгә аҡса бүләһегеҙ. Василий Николаевич Калачигов, Светлана Рәшит ҡыҙы Таһирова, Александр Михайлович Наталенко, Дмитрий Владимирович Кулагин, Ирек Фәни улы Шәйбәков, Алексей Юрьевич Ерофеев, Гөлшат Вәлийән ҡыҙы Ҡаҙаҡҡолова, Жанна Тахир ҡыҙы Хизбуллина, Марина Анатольевна Виноградова, Николай Трофимович менән Светлана Ивановна Фоминдар, “Дубрава” СППК-һы, “Сифат тирмәне” ЯСЙ-е һәм башҡа бик күптәр ҙур өлөш индерә. Һеҙҙең битараф булмауығыҙ һәм ярҙамсыллығығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
2021 йылдан “Атайсал” проекты тормошҡа ашырыла, ул инде бөтә халыҡтыҡына әйләнде. Хәҙерге ваҡытта район биләмәһендә 51 миллион 380 мең һумлыҡ 1518 проект тормошҡа ашырылды. 2024 йылда 15 миллион 923 мең һумлыҡ 630 проект, 2025 йылдың 10 айында - 10 миллион 116 мең һумлыҡ 420 проект тормошҡа ашырылды. Тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса беҙҙең Ғафури районы республика райондары һәм ҡалалары араһында тәүге унау араһында. Ғафури районы халҡы һәм райондан ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ауылдарыбыҙҙы үҫтереүҙә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелискыларҙы һәм стелаларҙы реконструкциялауҙа, балалар уйын майҙансыҡтары һәм юлдар төҙөүҙә, күперҙәр реконструкциялауҙа, дөйөм биләмәләрҙе, шишмәләрҙе һәм зыяраттарҙы төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша. Әүҙем меценаттар араһында: Руслан Зәки улы Бакиров, Максим Михайлович Видинеев, Әхмәт Мәүлембирҙе улы Аҫылбәков, Сергей Витальевич Бабак, Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшина, Шамил Хөсәйен улы Сатлыҡов, Илшат Әғзәм улы Бәхтейәров, Линар Ғәйсәр улы Сөләймәнов, Альбина Әхәт ҡыҙы Ибраһимова, Руслан Винер улы Рәжәпов, Ғайса Зәкиулла улы Сәғиҙуллин, Радик Әхмәт улы Сәғитов һәм башҡа бик күптәр, - тине сығышын тамамлап Гөлнара Ринат ҡыҙы һәм эшҡыуарҙарҙың баһалап бөтөргөһөҙ емешле хеҙмәттәшлеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм бер төркөм шәхси эшҡыуарҙар: В.Н.Калачигов, С.И.Фомина, Д.В.Шәйбәков, Ж.Т.Хизбуллина, М.А.Виноградова, Р.З.Бакиров, М.М.Видинеев, Ә.М.Аҫылбәков, С.Р.Таһирова, Т.А.Горбуноваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Конференция эшен дауам итеп, яңы ойошторолған профсоюз ойошмаһы рәйесе В.Калачиговҡа һүҙ бирелде һәм ул совет осоронда хеҙмәт коллективтарында профсоюздарҙың ниндәй мөһим роль уйнағанын иҫкә төшөрҙө һәм коллегаларын яңынан ойошторолған беренсел ойошма сафтарына ҡушылырға саҡырҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Мой бизнес” предприятиеһы етәксеһе Т. Полушкина “БР-ҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты комплекслы яҡлау” темаһына үҙ сығышында ниндәй саралар эшләнеүе һәм уңышлы ғәмәлгә ашырылыуы, уларҙың ниндәйҙәрен башлап эшләүселәр һәм инде эшләп йөрөүселәр ҡуллана алыуы тураһында ентекләп аңлатты. БР Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының экологик ағартыу һәм туризмды үҫтереү бүлеге начальнигы Р.Ғәлиева районыбыҙҙа Еҙем йылғаһының яр буйын үҙ эсенә алған “Еҙем” тәбиғәт паркындағы тәбиғәттең матурлығын һәм сафлығын һаҡлау һәм арттырыу, халыҡ һәм мәктәп уҡыусылары араһында профилактик эштәр үткәреү тураһында бәйән итте. Ғафури районы эшҡыуарҙар советы рәйесе С.Таһирова 2026 йылдың яңы йылынан көсөнә инәсәк һалым закондарына үҙгәрештәр тураһында аңлатмалар бирҙе.
Сығыштар тамамланғандан һуң фекер алышыу булды. Теләгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған, борсоған йәки хәл ителмәгән һорауҙарҙы биреп, яуап ала алды.

Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Районыбыҙ эшҡыуарҙары кәңәшләште
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас