+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2025, 10:05

Һыйыр ҡарынында – аҡсалы янсыҡ

 Бөгөн иртә менән интернет селтәрендә был ҡыҙыҡлы видеояҙмаға юлыҡтым.   Талпар ауылынан мал хужаһы һыйырын һуйғас, уның ҡарынан мул ғына аҡсалы янсыҡ тапҡан. 

Был турала ул видеояҙма аша һөйләй.

“Кисә бына һыйыр һуйҙым. Һуймаҫ инем, ауылдаштар, үҙегеҙ күрәһегеҙҙер инде, һәр ваҡыт сүплектә йөрөнө. Мин ундай нәмәне күргән юҡ ине. Бер башмаҡ һуйғанда күрҙем, кәнишнә, әммә быныһына ышанаһығыҙмы-юҡмы, егеттәр, 30 килограмм ҡый сыҡты. Ғибрәт! Иң мөһиме - эсендә янсыҡ ята. Дорофеевтыҡымы? Эсендә аҡсалары ята. Ышанаһығыҙмы-юҡмы?! Аҡса арыуыҡ суммала”, – тип ауылдаштарына видеояҙма һалған һыйыр хужаһы.

“Документтары миндә, эҙләгән кеше мөрәжәғәт итһен”, – ти ул.

Шуныһы ҡыҙыҡ, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Красноусол урамдары тулып,  контейнерҙарҙы ауҙарып, шундағы бөтә сүп-сар менән туҡланып йөрөгән мал хужалары  һуғым осоронда ниндәй табыштарға юлыға икән?!

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас