+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2025, 11:15

Гимназистарға яугир бүләге

Яңы йыл – мөғжизәләр һәм изге теләктәр байрамы. Ошо байрамға ла күп ҡалманы, һәр кем яҡын кешеләренә бүләктәр әҙерләп, яҡшы һүҙҙәрен, теләктәрен еткерергә уйлаша башлағандыр. Үткән изге йома көнө  гимназистар өсөн ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле һәм мөғжизәле көн булғандыр ул. Махсус хәрби операция яугиры Андрей Геннадьевич Золотов бөтә гимназия уҡыусылары өсөн Яңы йылға татлы бүләктәр ойоштороп, уларҙы һөйөндөргән.

Гимназистарға яугир бүләгеГимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
  • Бынан бер йыл элек тә гимназия уҡыусылары яугирҙарға хат яҙып тапшырғас, беҙҙең Алһыу Ғәлимованың хаты “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальонының яугирына эләгә һәм ныҡ тәьҫир итә. “Һәр ваҡыт ул хатты уҡыйым да күңел йыуанысы табам. Тыуған яҡтарыма ҡайтһам, ул ҡыҙҙы табып бүләк бирәм тигән һүҙем бар ине”, - тип, ноутбук бүләк итеп киткәйне Андрей Геннадьевич. Ул Андрей Мигуновтың танк батальонында хеҙмәт иткән, хәҙер унан киткән, дрондар менән эшләй. Әле күкрәк ситлегенә яра алып госпиталдә ята икән. Матур күңелле яугир, унда ла изгелек эшләүҙән бушамай. Андрей Геннадьевич менән Рәсәй Геройы Андрей Павловичтың ҡатыны Любовь Александровна аша бәйләнеш тотабыҙ, шулай гимназияла нисә бала уҡыуы тураһында һорашырға ҡушҡас, беҙ 530 бала уҡый тип яуап бирҙек һәм оҙаҡҡа һуҙмай, бөтә балаларға ла бүләк эшләргә теләүе тураһында белдерҙе. Йома көнө иртә менән уның атаһы, Любовь Мигунова гимназияға килеп, бүләктәрҙе изге теләктәр әйтеп тапшырҙы. Һәйбәт ул үҫтергәне өсөн атаһына, изге күңелле яугирға беҙ ҙә гимназия исеменән  Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ, рәхмәт һүҙҙәре еткерҙек. Яугир ҡулынан ноутбук алған Алһыу был көндө олимпиадала ине, ул да килеп етеп, үҙенең күстәнәстәрен тапшырып өлгөрҙө. Уҡыусылар класс менән хат яҙып һалдылар. “Зло” позывнойлы яугирыбыҙ беҙгә көтмәгәндә мөғжизә тыуҙырҙы. Хәҙер беҙҙең бурыс - бөтә уҡыусыларға тапшырылған яҡшылыҡты арттырыу, - тип үҙҙәренең ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.

Андрей Геннадьевич видео ла ебәреп: “Мин һеҙҙе уҡыу йылының беренсе ярты йыллығы тамамланыу һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотларға теләгәйнем. Ошо татлы бүләкте ҡабул итеп алығыҙ, барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, бар яҡлап та уңыштар һәм тыныс күк йөҙө теләйем”, - тигән.

Эйе, был көндө гимназияның дуҫы Андрей Геннадьевич Золотовтың татлы бүләге уҡыусыларға оло ҡыуаныс һәм кинәнес  кенә алып килмәгән, уларға изгелек, йомартлыҡ кеүек гүзәл сифаттарҙың мөһимлеген тойорға, ошоно күңелдәре аша кисерергә лә үҙ булмышы аша күрһәткән.

Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Гимназистарға яугир бүләге
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас