+28 °С
Болотло


Йәкшәмбе көнө Таиландтан, дөрөҫөрге Бангкок ҡалаһынан һөйөнөслө хәбәр килеп етте. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүгә өлгәшкән Таиландта үткән Халыҡ –ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлаған Лина Мөхәмәтйәнова йәнә еңеүгә өлгәшеп, 1-се Вице-мисс титулына эйә булды. Линаны сираттағы еңеүе менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеп, барса хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ.
М.Мәмәтҡолова.