

Ғаиләлә беҙ 9 бала үҫтек. Аҡташ ауылында йәмле Еҙем буйында һыу инеп, яландарында бесән сабып буй еткерҙек. Инәйем Фәтиха Вәли ҡыҙы менән атайым Мәжит Шәйхетдин улы Иҙрисовтар 5 ҡыҙ һәм 4 ул тәрбиәләп үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙылар. Хәҙер яҡындарым беҙҙең арала юҡ инде, урындары ожмах түрендә булһын. Өс ағайым, бер энем матур итеп, еңгәләрем, киленем менән донъя көтәләр, улар өсөн шатланып бөтә алмайым. Һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ.
Апайымдар хаҡында ине һүҙем. Сентябрь айында ғаиләбеҙҙә иң өлкәне булып тыуған Зөлфира апайыма 70 йәш тулды. Ошо ғүмере эсендә уға донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә кисерергә тура килде. Ике әзмәүерҙәй ул үҫтерҙе, алты ейәнгә өләсәй ул. Былтыр кесе улы Айрат туғанымды МХО-нан алып ҡайтып ерләнек. Әле булһа көтә апайым, ышана алмай. Цинк табутты астырманылар, "әллә минең улым тере әле, ҡайтып инер кеүек", тип өмөтләнә. Беҙҙе, үҙенән кесе һигеҙ туғанын, тәрбиәләшеп, атай-инәйемдең терәге булған апайыма был ауыр ҡайғыһынан арынырға бик ауыр булды. Беҙ уның, ныҡлы имәндәй ҡатындың, илағанын күргәнебеҙ юҡ ине. Бала ҡайғыһын берәүгә лә күрергә яҙмаһын! Тиҙерәк тамамланһын был ҡан ҡойош тип теләй ул көн дә.
Оҫта ҡуллы, егәрле апайым 18 йәше тулыр-тулмаҫ хеҙмәт юлын башлап, бик күп ерҙә тир түкте. “Ағиҙел” фабрикаһында сигеү оҫталығын да арттырҙы. Районға ҡайтҡас, мәктәптә лә эшләп өлгөрҙө. “Рулевой” магазинында техник хеҙмәткәр булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаны. Ҡайҙа ғына эшләһә лә уны маҡтап ҡына торҙолар.
Икенсе апайым Мафруза исемле, 1960 йылдың тәүге көнөндә тыуған. Ул да үҙенең 65 йәшлек юбилейын хеҙмәт юлын дауам итеп ҡаршыланы. 10 йылдан артыҡ Өфөләге “Мир” фабрикаһында пальтолар тегеп, бесеп, оҫтарып, кейәүгә сыҡҡас, Красноусолда Көнкүреш йортонда район халҡын хеҙмәтләндерҙе. Әле лә уның теген машинкаһы тик тормай. Тырыш апа-йым килгән бер кешене лә, тегә алмайым тип, кире бороп ебәрмәй. Беҙҙең барыбыҙҙы ла бәләкәйҙән үҙе теккән кейемдәр менән шатландыра ине. Иң бәләкәйе – Сәғит туғанымдың апайым теккән куртканы ке-йеп бейеп торғаны һаман хәтерҙә. Апа-йымды аҙым һайын ауырлыҡтар һағаланы, тормошо ла еңел генә үтте тип әйтә алма-
йым. Әммә уның күңелһеҙләнеп ултырғанын күрмәҫһең. Шундай ихлас, яғымлы, һәр кемгә йылы һүҙен дә табыр, аҡыллы кәңәшен дә бирер. 65 йәшлек юбилей йылы үтмәҫ элек рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп ҡалайым, тип яҙам был юлдарҙы. Берҙән-бер ҡыҙын кейәүгә биреп, изгелеген күреп, өләсәй булыу бәхетен кисерергә яҙһын уға!
Өсөнсө апайым Зөбәйҙә исемле минең. 1965 йылдың июлендә тыуып, быйыл 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Беҙ бәләкәй саҡта йәй етһә, Себер тарафтарында йәшәүсе апайым менән еҙнәмдең ҡайтыуҙарын түҙемһеҙләнеп көтә инек, әле һаман да шулай көтәбеҙ. Улар йәйге ялдарын үҙебеҙҙең тыуған йортта, Аҡташ ауылында үткәрергә ғәҙәтләнделәр. Атайым менән инәйем иҫән саҡта ҡәҙер-хөрмәт итәйек тип тә тырыштылар. Беҙгә лә ярҙамдары тейеп торҙо. Йылына бер күрешһәк тә һағыныуҙар баҫылып ҡалғандай була бит. Апайыма шундай яҙмыш яҙылғандыр инде. Ике ҡыҙының шатлыҡтарын уртаҡлашып, кейәүгә биреп, тыныс тормошта ғүмер итһәгеҙ ине!
Апайҙарымдың дүртенсеһе Нәрисә исемле ине. Ине, тим инде, былтыр ноябрҙә мәрхүмә булды, йыллығы ла үтте. Матур йырлап, гармунда уйнап, байрамдарҙа беҙҙең күңелдәрҙе күтәрә ине. Ғүмере ҡыҫҡа булыуы үкенесле. Еҙнәмде, ике улын ерләгәс, ауыр ҡайғыны йөрәге күтәрә алмағандыр инде. Биш балаға ғүмер биргән миҙаллы әсә ине ул. Әле ике улы әрме сафында хеҙмәт итә. Дүрт ағаһынан һуң тыуған Нәркәс туғаным беҙҙең ғаиләлә йәшәп, Ҡауарҙы мәктәбендә 9-сы класта уҡып йөрөй. Апайыма 30 октябрҙә 58 йәш булыр ине. Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул...
Шундай күмәк балалы ғаиләлә тыуы-уыма, төпсөк һеңле булып үҫеүемә шатланам һәм бер туғандарым - апайҙарым менән ғорурланам. Апайҙарымды юбилейҙары һәм үткән Әсәләр көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡта, бәхетле ҡартлыҡта, үҙ аяҡтарында йөрөп, донъя ауырлыҡтарына бирешмәүҙәрен, туғансыл булып, бергә-бергә иҫән-һау йәшәйек әле, тип теләп ҡалам. Ғүмер үткән һайын бала саҡтар йышыраҡ иҫкә төшә икән ул. Мине ҡурсалап, яратып ҡына үҫтергән ҡәҙерле апайҙарыма ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәре әйтһәм дә аҙ булыр кеүек. Һәр берегеҙ алдында баш эйәм.
Нәсиә АБДУЛЛИНА.
Ҡауарҙы ауылы.