- Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы – урындағы мөһим һәм яуаплы ойошмаларҙың береһе. Былтыр башҡарма комитетҡа 5 ағза өҫтәп ҡабул ителде, шулай уҡ йәштәр бүлеге булдырылды. Ҡоролтай 15 кешене берләштерә. Мин үҙем Ҡоролтай башҡарма комитеты етәксеһе булып эшләгән осорҙа уның эшен планлы рәүештә алып барырға ынтылдым: ауылдарҙа урындағы ҡоролтайҙарҙы ойоштороп, уларҙың эшен яйға һала алдыҡ, ҡоролтай ағзалары халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп, үҙаллы хәл итеү юлдарын эҙләү менән мәшғүл. Ултырыштарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, туған телебеҙгә ҡарата ыңғай ҡараш тәрбиәләү, төҙөкләндереү кеүек эштәрҙе әүҙемләштереүҙе хәстәрләнек. Райондағы ағинәйҙәр, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары менән бер төптән эшләйбеҙ. Мәктәп уҡыусылары менән илһөйәрлек рухын тәрбиәләү йәһәтенән саралар ойоштороп, уларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар саҡырыла, - тине эшмәкәрлектәре менән таныштырып, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов.
- Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, урындағы ҡоролтайҙар халҡыбыҙҙы мөһим сараларҙы әҙерләп уҙғарыуға, йәшәгән урындарыбыҙҙы төҙөкләндереү, матурлау эштәренә йәлеп итеүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Тап ошондай ойошҡанлыҡ һөҙөмтәһендә районыбыҙ республика, төбәк-ара кимәлдәге милли-мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә уҙғарҙы. Улар иҫәбендә 2019 йылда уҙғарылған “Мәргән уҡсы” Халыҡ-ара фестивале, шул уҡ йылда “Башҡортостандың географик үҙәге” стелаһын асыу. 2021 йылдың авгусында урындағы һабантуй майҙаны республикабыҙҙың “Бал байрамы” үҙәгенә әүерелде. 2022 йылдың июнендә йәмле Еҙем буйындағы “Башҡортостан йөрәге” майҙансығы Табын ырыуы йәштәренең IV төбәк-ара “Табынфест” фестивален ҡабул итте һәм ул, юғары кимәлдә әҙерләп уҙғарылып, “өлгөлө сара” баһаһын алды.
Ауылдарыбыҙ айыҡлыҡҡа ынтыла
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң уңышлы проекттарының береһе - “Айыҡ ауыл” конкурсы йылдың-йылы һөҙөмтәлерәк була бара, уның географияһы киңәйә. Районыбыҙ ҙа был хәрәкәткә әүҙем ҡушылып, ауылдарыбыҙ ҙур теләк менән ҡатнаша. 2023 йылда Оло Үтәш ауылы ҙур еңеүгә өлгәште - бәләкәй ауылдар араһында республикабыҙҙа 2-се урын яуланы. Ошо күркәм дә, файҙалы ла конкурс сиктәрендә бында үткәрелгән сағыу сараларҙан “Ҡышҡы һабантуй”, “Мәргән уҡсы” ярыштарын, “Ауылым – минең ҡәлғәм” байрамын билдәләргә була. “Айыҡ ауыл” конкурсының 2024 йылғыһында яугилделәр ҙә уңышлы сығыш яһаны. 2023 йыл аҙағында Яугилде ауылында Солтанморатовтар йортонда башҡорт йолаларына нигеҙләнгән бай йөкмәткеле “Ҡаҙ өмәһе”, ә 2024 йылдың ҡышында шул уҡ Яугилделә “Ҡышҡы ғаилә уйындары” гөрләп уҙҙы. “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһенең быйылғыһында Ташбүкән ауыл биләмәһенең Түбәнге Ташбүкән ауылы ҡатнашып, номинацияла еңеүсе булды, киләһе йылда ла йәнә ҡатнашырға иҫәптәре. Был сараларҙың уртаһында, ғәҙәттәгесә, ҡоролтай әүҙемселәре, рухлы яҡташтарыбыҙ булды.
Сәләмәт тәндә -
сәләмәт рух
Һуңғы йылдарҙа традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса күп төрлө ярыштар уҙғарыла, уҡсыларҙың һаны йылдам үҫә. Районда милли спорттың был төрө киң таралыу алды. Уҡлыҡая янындағы хозур тәбиғәт, тәрән мәғәнәле һәйкәл-стелаларҙы үҙ эсенә алған “Башҡортостан йөрәге” майҙансығы йыл да тиерлек мәргән уҡсыларҙы йыя. 2023 йылда бында “Уҡлыҡая уғатары” тип нарыҡланған һыбай килеш традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса республика фестивале үтте. “Мәргән уҡсы” бәйгеһе районыбыҙҙың бренд сараһы булып тора. “Мәргән уҡсы” хәрәкәте сиктәрендә халҡыбыҙҙың ҡыйыу улдары иҫтәлегенә “Төньяҡ Амурҙары”ның батырлығына арналған мемориаль комплекс төҙөлдө, - тип һөйләне Фаил Һәҙиәт улы. - Районда мәргән уҡсылар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләп үтке килә. 2023 йылда Юлыҡ ауылының Мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт үҫешенә булышлыҡ итеү фондының “Традицион йәйәнән уҡ атыу” спорт-патриотик клубы” проекты республика Башлығы грантына конкурста еңеүгә өлгәшеп, был йүнәлештә ҙур эш алып барыла, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Унда үҫеп килгән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалау һәм өйрәнеү маҡсаты ҡуйылған. Быйыл традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса “Төньяҡ Амурҙары вариҫтары” республика турниры 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙарының батырҙарса ҡатнашыуына арналды. Боронғо бөтә спорт төрҙәрен үҙ эсенә алған “Ҡара-Ҡаплан” бәйгеһен уҙғарыу матур йолаға әүерелде.
Проекттар ярҙамында
“Атайсал – Кесе Ватанға ярҙам” проекты уңышлы эшләне һәм эшләй. Красноусол башҡорт гимназия-интернатына яҡташыбыҙ – Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының тәүге рәйесе Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемен биреү, Табын ырыуҙары йәштәренең “Табынфест - 2022” фестивален уҙғарыу, ауыл биләмәләре сиктәрендә башҡорт телендә билдәләр ҡуйыу һәм башҡа эштәрҙе билдәләп үтергә була.
Башҡортостан Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттары конкурсында ла районыбыҙ ойошмалары әүҙем ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Мәҫәлән, 2023 йылда Ташлы ауыл биләмәһенең “Ташлинка” коммерциялы булмаған ойошмаһы гранттар конкурсында “Башҡорт телен теләп өйрәнәм” проекты менән еңеүгә өлгәшеп, Ташлы мәктәбендә заманса йыһазландырылған башҡорт теле кабинеты асылды. Грант конкурсы сиктәрендә иң ҙур башҡорт ауылы Сәйетбабала “Йыйын” - нәҫелдәр байрамы уҙғарылды. 2024 йылда иһә районыбыҙҙан йәнә ике проект конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүгә өлгәште. “Табын” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының “Башҡорт теле – туған телем” проекты грантҡа эйә булды. Был проектта мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт теле үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен уларға тел белгесе Ж.Кейекбаев, халыҡ шағиры М.Ғафури һәм районыбыҙ сәсәндәре, мөнәжәтселәре ижады аша мауыҡтырғыс итеп төшөндөрөү, туған тел тураһында белем биреү маҡсаты ҡуйыла. Шулай уҡ “Киләсәк быуын мәктәбе” мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам фонды тарафынан ебәрелгән “Урал батыр: халыҡ эпосын өйрәнеү аша туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау” проекты ла грант отто.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты уҙғарған, шулай уҡ республика делегацияһы составында төрлө йыйындарҙа, сараларҙа ҡатнашып, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм уға ғына хас үҙенсәлектәрен күрһәтәбеҙ. Өфөлә былтыр үткән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының VI съезында район ҡоролтайы рәйесе етәкселегендә делегаттар ҡатнашты, арала ике ҡоролтай ағзаһы ла бар ине. Ошо уңайҙан оло форумдан ҡайтҡан делегаттарҙы саҡырып, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Сарала Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы президиумы ағзаһы, беҙҙең район кураторы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Бөтәбеҙ ҙә яратып өлгөргән Милли кейем көнө – барыбыҙ өсөн дә көтөп алынған йәмле байрам. Ҡоролтай ағзалары унда әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ Халыҡ-ара башҡорт телендә диктант яҙыуҙа ла ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашабыҙ.
Беҙ бөгөн ҡатмарлы сәйәси-ижтимағи шарттарҙа, хәрби бәрелештәр дауам иткән, еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Ҡоролтай ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Мин үҙем дә гуманитар ылау менән берлектә МХО-ға һигеҙ тапҡыр барып ҡайттым.
Бөгөнгө еңел булмаған заманда беҙ берҙәм булып һәм үҙ-ара килешеп, тығыҙ бәйләнештә уртаҡ бурыстарыбыҙҙы хәл итергә тейеш. Берҙәм булғанда, беҙ көслө. Туған телгә, башҡорт халҡының мәҙәни йолаларына һәм милли ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөүҙе, иң мөһиме – милләт-ара татыулыҡты һаҡлайыҡ, - тигән теләктә ҡалды урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе.