

Ватан ауылынан бына ярты быуат инде татыу һәм мөхәббәтле булып йәшәгән алтын пар - Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы менән Әнүәр Мөхәмәтғәле улы Ҡотлогилдиндар ауылдаштары араһында тап ана шундай хөрмәтле ғаилә булып тора ла инде.
Ғаилә юбилейҙары хаҡында һөйләшкәндә ғәҙәттә һүҙҙе иң башта ҡайҙа осрашып, нисек танышыуҙарынан башлайһың һәм был һорауҙы тәүҙә Әнүәр ағайға бирергә булдым.
- 1975 йыл ине. Ул саҡта мин “Родина” агрофирмаһында тракторсы булып эшләп йөрөй инем инде, - тип ғүмер йомғағын һүтә башланы ул. - Атайымдар бәләкәйерәк кенә булһа ла өй алып бирҙе. “Өйөңдө йылытып, ашарыңа бешереп торормон”, - тип өләсәйем минең янға килде. Ул саҡта миңә 24 тулғайны инде. Бөтәһе лә “эш тип яңғыҙ ҡартаяһың бит, өйлән”, - тип өгөтләй. Бер ваҡыт шулай Зәйтүнә һеңлем әхирәте менән Родинаға ҡунаҡҡа килде. Фәүзиәне шунда башлап күрҙем.
- Ә мин ул саҡта Маҡарҙа, леспромхоздың тегеү цехында эшләй инем. Отпускы ваҡытында Ташбүкәндә йәшәгән Сәлимә инәйемә ҡунаҡҡа килгәйнем. Зәйтүнә “әйҙә минең менән Родинаға, өләсәйем янына барып киләйек”, - тигәс, мин бер уйһыҙ уға иптәш булып барҙым инде. Ә улар мине Әнүәр менән таныштырырға тип план ҡорған булған имеш, - тип һүҙгә ҡушыла Фәүзиә апай.
- Алай-былай икәүләп кенә һөйләшеү булманы инде. Баҫыу эштәрен тамамлағас, әҙме-күпме ял бирҙеләр ҙә, ауылға ҡайттым, - тип дауам итә Әнүәр ағай. – Әтейем менән әнейем, "ана, Нажиә апайың менән Иҫәкәйгә, Фәүзиәне һоратырға барығыҙ", ти. Үҙем Фәүзиәне шундуҡ оҡшатып, һеңлем Зәйтүнәнең ҡолағына төшөргәйнем, уныһы серҙе сисеп тә ҡуйған имеш. Шулайтып, ат егеп киттек Иҫәкәйгә. Барып керһәк, Фәүзиә өйҙә, әсәһе эшкә йыйынып йөрөй. Уның менән һөйләшеп-таныштыҡ, аралаштыҡ. Ниәтебеҙҙе әйткәйнек, Фәүзиә риза түгел.
- Риза булмауҙан түгелсе, - тип һүҙ ҡыҫтыра Фәүзиә апай. – Бөгөн танышырға килеп, иртәгәһенә эйәреп сығып китергә түгел инде. Әҙерәк аралашып, танышып-һөйләшергә кәрәк тә.
- Иии, Нәжиә апайым барыбер ризалатты инде үҙеңде шундуҡ, - тип көлөп ебәрҙе Әнүәр ағай.
Ҡуй, уныһын һөйләмәйек, тиһәләр ҙә, барыбер әйтеп ысҡындырҙылар. Нәжиә апайҙары йәштәрҙең бер-береһен оҡшатҡандарын, тик ҡыҙҙың әҙерәк инәлтеп алырға уйлауын һиҙгән ахры. – Ярай улайһа, Фәүзиә риза булмағас, икенсе ҡыҙҙы һоратайыҡ, - тип утҡа май өҫтәп кенә ебәрә.
- Ул шулайтып әйтеүгә, үҙем дә һиҙмәҫтән, “ризамын,” тип әйттем дә ҡуйҙым. Ысынлап та Әнүәрҙе оҡшатҡайным, башҡаға бирге килмәне инде, - тип көлә Фәүзиә апай.
Утты ҡыҙыуында һуға егет яғы. 9 декабргә бер нисә атҡа тейәлеп, Ташбүкәндәр Иҫәкәйгә никахҡа килеп тә етә. Иртәгәһенә инде йәштәр Маҡарға барып, никахтарын рәсмиләштерә. Өс көн дауам итә никах туйы.
- Ташбүкәндә лә, Родинала ла йолаһына ярашлы мендәргә баҫтырып, төшкән ереңдә таш булып бат, тип ҡаршы алдылар. Бына шулай, Родинаға ҡунаҡҡа килеп, ҡапҡанға, алтын ҡапҡанға ҡаптым мин, - ти Фәүзиә апай килен булып төшкән мәлдәрен күҙ алдынан үткәреп.
Туйҙан һуң башкөллө эшкә сума йәштәр. Әнүәр ағай иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тракторҙа баҫыу иңләһә, Фәүзиә апай бер осор баҫыусылыҡ буйынса иҫәпсе, һуңынан инде хаҡлы ялға сыҡҡас та әле агрофирма гаражында диспетчер-бухгалтер булып эшләй. Тормошта осраған һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы ла бергәләп еңеп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, ғаилә йөгөн алға тарталар,донъяларын киңәйтәләр, балалар үҫтерәләр.
- Аллаға шөкөр, ҡулдан килгәнсә тырышып эшләнек. Әнүәрҙең хеҙмәт стажы 40 йыл самаһы булһа, минеке - 38,5 йыл. Әнүәр - Башҡортостандың, ә мин - Рәсәй хеҙмәт ветеранымын.
Мөхәббәтле, татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫә. Оло ҡыҙҙары, фельдшер һөнәрен һайлаған Зөлфиә бөгөн ғаиләһе менән Наумовкала йәшәй, тормош иптәше Рәмил менән 4 бала үҫтерәләр. Ә инде Красноусол шифаханаһында бухгалтер булып эшләгән Әлфиә ҡыҙҙары Илдар кейәүҙәре менән Красноусолда төпләнеп, 3 бала бағалар.
- Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫеп еттеләр инде. Оло ейәнебеҙҙең үҙенең ғаиләһе бар хәҙер. Әле икәүһе генә мәктәптә уҡый, ҡалғандары барыһы ла студенттар, - ти бәхетле олатай менән өләсәй. - Элегерәк йәй етеп, барыһы бергә йыйылһа, өй осоп китерҙәй ине. Хәҙер шып-шым бына.
8-се тиҫтәне ваҡлаһалар ҙа, тормош уртаһында ҡайнап йәшәй Ҡотлогилдиндар. Фәүзиә апай Родинаның алмаштырғыһыҙ старостаһы булараҡ, ауыл тормошон йәнләндереү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Әнүәр ағай иһә уның һәр эшендә төп таянысы.
Тап Әнүәр ағай Фәүзиә апай өсөн илһам шишмәһелер ҙә әле, тигән уй килде улар менән яҡындан аралашҡандан һуң. Уларҙың бер-береһенә йылы мөнәсәбәте, беренең ни әйтерен икенсеһе алдан белеп тороуы, күҙ ҡараштары менән аңлашыуы был ғаиләлә ысын мөхәббәт, һөйөү, үҙ-ара ихтирам хакимлыҡ итеүе тураһында һөйләй. Тап шул уй менән билдәле шағирә, бик күп йырҙар авторы булған Фәүзиә апайҙың “Мөхәббәт бәүелсәге” китабын йәнә бер тапҡыр байҡап сыҡтым. “Ғүмеремдең алтын көҙөндә лә, мин бәхетле хистәр кисерәм”, “Һинең янда мин бәхетле, йәнем, минең бәхет һинең ҡулдарҙа”, “һин булмаһаң яндарымда шиғыр яҙылмаҫ ине...” тигән юлдар бар уның мөхәббәткә мәҙхиә йырлаған, “өлөшөнә төшкән көмөшөнә” арнаған был китабында.
Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы менән Әнүәр Мөхәмәтғәле улы Ҡотлогилдиндарҙы алтын туйҙары менән ихлас күңелдән ҡотлап, артабан да бер-берегеҙгә илһам шишмәһе булып, мөхәббәт бәүелсәгендә бәүелеп, бәхет-шатлыҡтарға күмелеп йәшәгеҙ, тип теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.