+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2025, 11:24

“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы

12 декабрҙә Красноусолда, район мәҙәниәт һарайының тамашасылар залында йәш ижадсыларҙың быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Өмөтлө ҡәләм – 2025” ижади бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы үтте.

“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы
“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы

Унда абруйлы ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Һәҙиә Дәүләтшина, Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев исемендәге премиялар лауреаты, яҡташыбыҙ Гөлнур Яҡупова, “Аманат” журналының яуаплы секретары, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова, “Шоңҡар” журналынан яҡташтарыбыҙ- яуаплы секретарь, яҙыусы Венер Исхаҡов, бүлек мөдире, йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинова – Урманшина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район Советы рәйесе Галина Петрова, район мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Рафиҡов, районыбыҙ мәктәптәре уҡытыусылары һәм йәш ижадсылар- ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусылар, төрлө ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән ҡотлап, 25 йыл һуҙымында нисәмә быуын уҡыусыларын ижадҡа әйҙәп, уларҙың һәләттәрен асыу һәм үҫтереү йәһәтенән оло әһәмиәтле эш алып барғаны өсөн Гөлнур Миҙхәт ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Район Советы рәйесе Галина Викторовна абруйлы яҡташыбыҙға райондың “Почетлы гражданы” миҙалын һәм таныҡлығын тапшырҙы.
Сара барышында йәш ижадсыларҙың конкурсҡа ебәрелгән ижади эштәренә байҡау яһалып, төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә, бәйге лауреаттарына дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Районыбыҙҙың танылған йырсылары Булат Йосопов, Хызыр Нәзиров тамашасыларға моңло йырҙарын, йәш бейеүсе Алтынай Хәбибуллина дәртле бейеүен бүләк итте. Ә Рәзилә Хәбибуллина менән Фәрүәз Урманшин сараны бик йәмле һәм күңелле итеп алып барҙы.
Сара тураһында тулыраҡ итеп гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

 Мәрхәбә Собханғолова.

“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы
“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы
“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы
“Өмөтлө ҡәләм” конкурсы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас