

“Был акция былтыр шишмәне тәртипкә килтерергә ниәтләнеп йөрөгән Салауат Уҫман улының иҫтәлегенә арналды. Өмә барышында ҡыуаҡлыҡтарҙы таҙарттыҡ, сүп-сарҙы йыйҙыҡ һәм алып сыҡтыҡ, биләмәне тәртипкә килтерҙек. Ауыл хакимиәте башлығы В.Мөхәмәтйәровҡа трактор һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән ярҙам күрһәткәне өсөн айырым рәхмәт. Яҙға һыу сыҡҡан урынын үҙгәртеү: ҡырсынташ һалыу, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыу һәм айыу фигураһын ҡуйыу пландары тора. Был уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырып, ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарын ҡыуандырырлыҡ уңайлы һәм төҙөк урын булдырасаҡбыҙ, тип ышанабыҙ. Беҙҙе изге эш берләштерә, төп маҡсатыбыҙ - яҡташыбыҙҙың иҫтәлеген һаҡлау һәм тыуған тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреү”, - тип яҙғандар үҙҙәренең бәйләнештә сәхифәһендә “Сик” буйы ғәскәрҙәре ветерандары.