+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2025, 11:25

Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!

«Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы кемпингы» номинацияһында шәхси эшҡыуар Илшат Бәхтейәровтың "Һарыташ" ял базаһы еңеүсе булды.

Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!
Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!

Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа киң ярҙам саралары даими бойомға ашырыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, 2025 йылға төп бурыс - төбәктә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һанын арттырыу, бизнес һәм власть диалогы өсөн шарттар булдырыу.

-Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, республика үҫешә. Беҙ заводтар төҙөйбөҙ, социаль объекттарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Шуныһы мөһим: халҡыбыҙ, эшҡыуарҙарыбыҙ быны иртәгәһе көндә күрә һәм ышаныслы ҡарай, - тине Радий Хәбиров күптән түгел Салауат ҡалаһында уҙған эшҡыуарҙар менән осрашыуҙа.  

Ошо көндәрҙә иһә Бөрө ҡалаһында “Башҡортостан Республикаһы туриндустрияһы лидерҙары – 2025” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Сара төбәктең туристик тармағының алдынғы белгестәрен берләштерҙе, улар уҙып барған йылда эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.   «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы кемпингы» номинацияһында шәхси эшҡыуар Илшат Бәхтейәровтың "Һарыташ" ял базаһы еңеүсе булды. Билдәле булыуынса, Таш-Аҫты ауылынан ике саҡрым өҫтәрәк Еҙем йылғаһы буйында, саф һауалы, тыныс, матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Һарыташ” ял базаһы 2021 йылдың декабрь айында асылғайны. Ике ҡатлы, ағас еҫе аңҡып торған, эстән дә, тыштан да йылытылған һигеҙ ҡыуыш-өйҙәр рәт булып теҙелеп ултырған. Һәр экойортта 5-6 кеше урынлашырлыҡ итеп эшләнгән. Беренсе ҡатта һыуытҡыс, диван ҡуйылған, уңайлы аш-һыу әҙерләү урыны булдырылған. Икенсе ҡат йоҡлау, ял итеү өсөн ҡаралған. Ял итеүселәр бында заманса йыһазландырылған ҡыуыш-өйҙәрҙә йәшәй. Шаулап торған ҡала тормошонан, бер туҡтауһыҙ елгән машиналарҙан арынып ял итеү өсөн иң ҡулай, уңайлы урын бында. Йылдың ҡайһы миҙгелендә булһа ла тәнгә һәм йәнгә сихәт алып, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек булдырылған “Һарыташ” ял базаһында.

Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!
Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!
Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!
Башҡортостандың иң яҡшы кемпингы Ғафури районында урынлашҡан!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас