+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2025, 11:15

Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек

22 декабрь - Бөтә Рәсәй атай-әсәйҙәргә “Ғүмер биргән өсөн рәхмәт!” белдереү көнө булараҡ билдәләнә. Был ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға һәм балаларҙың атай-әсәйҙәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән дөйөм башланғыс. Уның маҡсаты булып атай-әсәйҙәргә хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләү; ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм быуындар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү; яҡындарыбыҙға рәхмәт белдереү мәҙәниәтен булдырыу; балалар менән атай-әсәйҙәр араһында йылы мөнәсәбәттәргә булышлыҡ итеү; ғаиләнең тәрбиәләге роленә иғтибарҙы арттырыу; ата-әсәләрҙе хөрмәт итеү менән бәйле йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү тора.

Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйекРәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек

Районыбыҙҙа ата-әсәләргә рәхмәт белдереүгә арналған тантаналы кисә район мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен, күп балалы ғаиләләрҙе һәм ижади коллективтарҙы берләштерҙе. Был сараны матур итеп алып барыусы район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Елена Рябова күркәм теләктәр менән асҡас, видео экранда балаларҙың ихлас теләктәре лә яңғыраны. Иң башта сәхнәгә сыҡҡан “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең “Чебурашка һәм уның дуҫтары” сығышы (етәкселәре Татьяна Баранова) тамашасыларҙың күңелен күтәреп, һуңынан көслө алҡыштарға күмелде.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән ҡотлап: “Бөгөн Рәсәйҙә иң йәш байрамдарҙың береһе - атай-әсәйҙәргә рәхмәт әйтеү көнө билдәләнә, ул “Ғүмер биргән өсөн рәхмәт” девизы аҫтында үтә. Был беҙгә ғүмер биргән кешеләргә рәхмәт әйтеү өсөн һәйбәт мөмкинлек. Ошо көндә беҙ “рәхмәт” тип кенә әйтмәйбеҙ, ә үҙебеҙҙең уларҙы яратыуыбыҙ һәм хөрмәтебеҙҙе ғәмәлдәребеҙ һәм йылы ҡараштарыбыҙ аша күрһәтәбеҙ. Барығыҙҙы ла ошо матур көн менән ҡотлайым һәм һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем. Һәр берегеҙ балаларығыҙҙан йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо кисереп йәшәгеҙ”, - тине.

Сарала шулай уҡ көслө рухлы ҡатын-ҡыҙҙар телгә алынып, махсус хәрби операцияла һәләк булған улдарының  теләктәрен тормошҡа ашырған әсәйҙәрҙең ҙур эштәр башҡарыуыуҙары хаҡында әйтеп үтелде.

Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн һалдат - ул өйөнә ҡайтырға тейешле улы. Әммә һәр саҡ беҙ уйлағанса ғына булмай шул. Ташлы ауылынан Гүзәл һәм Владимир Черновтар улдарын  юғалтҡас, балалар йортонан 12 йәшлек Максим исемле малайҙы уллыҡҡа алғандар. Был көндө сәхнәлә Максим  иң яҡын кешеһенә әйләнгән әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы.

Сәхнәлә Сергей Тимофеев, Илүсә Әхмәтшинаның тасури итеп үҙҙәре яҙған шиғырҙы һөйләүҙәре, Джамит Асимовтың йырлауы, “Усолочка”, “Землячки” вокал, “Быҙыбыт”, Зәйтүнә Зәйнешеваның фольклор ансамблдәренең һәм башҡаларҙың сығышы сараны тағы ла байытты.

Атай-әсәй алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин түгел, шуға күрә уларға гелән яҡты йөҙ күрһәтеү, фатихаларын алып йәшәү зарурлығы хаҡында оноторға ярамай. Яйы сыҡҡан һайын атай-әсәйҙәргә, туғандарға, күршеләргә, дуҫтарға, әлеге ваҡытта беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлаған яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек, һәр ваҡыт рәхмәтле булып йәшәйек.

Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас