+28 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2025, 04:00

Яңы йыл табынына

Яңы йыл табынына

Байрам табынына – тултырылған ҡаҙ
Әллә ни ҙур булмаған ҡаҙ, ике литр ярым алма һуты, тәмләткестәр, 200 - 300 грамм ҡара емеш, тоҙ, 5 - 7 йәшел әсе алма кәрәк буласаҡ.
Ике аш ҡалағы тоҙға ярты балғалаҡ борос, дәрсен, шул уҡ самала онталған лаврҙы бергә бутап, шуның менән ҡаҙҙың эсен дә, тышын да ышҡырға кәрәк. Түшкәне таман ғына һауытҡа һалып, өҫтөнә сыҡҡансы алма һутын ҡойорға, әгәр һут етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығыла.
Төнгөлөккә йәки ун сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Икенсе көн ҡаҙ түшкәһен һутынан һарҡытып, эсен самалап тоҙлағас, унда ҡара емеш һәм һыйғансы туралған алма тултырыла. Һуңынан ул ныҡ еп менән тегелә. Ебе өҙөлөп, эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтары ла тарттырып бәйләнә.
Шунан ҡаҙҙы духовкаға оҙатабыҙ. 200 градусҡа тик-лем эҫелектә яҡынса 1 сәғәт тотҡандан һуң алып, эҫе һыу өҫтөндә (водяная баня) әҙерләнгән шыйыҡса (бер ҡалаҡ бал һәм һөт өҫтө) менән ҡаҙҙы бөтә яғынан һылап сығырға кәрәк. Унан һуң инде ҡаҙҙы тағы ла ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Бешкәнен белер өсөн бысаҡ менән сәнскеләп ҡарағыҙ, әгәр төҫһөҙ шыйыҡса сыҡһа, ҡаҙ әҙер тигән һүҙ.
Алма, лимон киҫәктәре һәм эсендә бешкән йәшелсә-емештәр менән биҙәп ултыртһағыҙ, был ризыҡ табындың йәме булыр!

Итле бәрәмәс
Ҡамыр өсөн: 550 г он (3 стакан тирәһе), 2 стакан йылы һыу йә һөт, 2 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә ( йә 25 грамм ҡоро булмағанын), 1 сәй ҡалағы тоҙ, 2-3 аш ҡалағы үҫемлек майы, 2-3 сәй ҡалағы шәкәр.
Эслек өсөн: 500 грамм ит, 2 баш һуған, тоҙ, борос.
Йылы һөттә сүпрәне иҙеп алабыҙ, он һәм башҡа ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ул шыйыҡ һымаҡ күренер, шулай ҙа башҡа он өҫтәмәйбеҙ. Өҫтөн ябып, йылы урынға бер нисә сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡамыр күтәрелгән арала итте һуған ҡушып ит турағыстан үткәрәбеҙ, тоҙ, борос һалып баҫабыҙ. Эслек ҡорораҡ күренһә, бер аҙ һыу ҡушабыҙ (0,5-1 стакан тирәһе).
2-3 тапҡыр ҡалҡҡан ҡамырҙы кире төшөрәбеҙ. Ҡабат ҡабарғас, бәрәмәстәрҙе эшләүгә тотонабыҙ. Өҫтәлебеҙҙе майлап алабыҙ, ни өсөн тигәндә ҡамыр йомшаҡ була, ҡулға йәбешеп бара. Ҡамырҙы йомортҡа ҙурлығындағы өлөштәргә бүлеп алабыҙ, йәйеп, эсенә аш ҡалағы ҙурлығында эслек һалып бәрәмәс эшләйбеҙ. Кемдер уртаһын асыҡ ҡалдыра, кемдер киреһенсә, уныһы үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа. Әҙер бәрәмәстәрҙе таҫтамал менән ябыулы тотоғоҙ, ҡалғандарын эшләгән арала тәүгеләре күтәрелә торор.
Бәрәмәстәрҙе ҡыҙған майҙа һәр яғын 10-ар минут тотоп бешереп алығыҙ, майығыҙ бәрәмәсте яртылаш ҡапларға тейеш.

“Беренсе ҡар” салаты
Кәрәк була: 200 гр. бешкән тауыҡ ите; 3 йомортҡа; 80 гр. сыр; 40 гр. грек сәтләүеге; һөйәкһеҙ виноград; майонез; тәменә ҡарап тоҙ.
Әҙерләү: тауыҡ итен, йомортҡаны һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә, сәтләүекте ваҡларға. Һәр ингредиентты айырым майонез менән бутарға, теләк булғанда бер аҙ тоҙ һибергә (сырҙың бер өлөшөн биҙәү өсөн ҡалдырырға).
Түбәндәге тәртиптә ҡатлап һалырға: тауыҡ ите; сәтләүек; сыр; йомортҡа. Салаттың ситтәренә ҡалған сырҙы һибергә, өҫтөн урталай ҡырҡылған виноград, сырҙан яһалған ҡар бөртөктәре менән биҙәргә мөмкин.

“Ҡыш” салаты
Салат өсөн ҡыҙыл фасоль, йомортҡа, помидор, тоҙло ҡыяр, маринадланған бәшмәк алына.
Помидор, ҡыяр, йомортҡаны шаҡмаҡлап турап, уның өҫтөнә консерваланған ҡыҙыл фасолде, бәшмәкте һалып, майонез һалып бутағыҙ.

Яңы йыл перәниктәре
Беҙгә 200 грамм он, бер йомортҡа һарыһы, 100 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы бал, ике аш ҡалағы шәкәр, бер балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, самалап тоҙ кәрәк буласаҡ. Тәм өсөн имбир, дәрсен йәки мөшкәт сәтләүеге онтағы ҡушырға мөмкин. Глазурь өсөн бер йомортҡа ағы, 100 грамм шәкәр онтағы алына.
Май, бал, шәкәр һәм йомортҡа һарыһын яҡшы итеп туғырға. Он, ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ һәм тәм биргән өҫтәмәләрҙең береһен ҡушып, ҡамыр баҫырға һәм бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Йомортҡа ағын шәкәр онтағы менән бергә ҡушып, блендерҙа ҡуйырғансы туғырға һәм уны ла һалҡынға ҡуйырға.
Ҡамырҙы йәйеп, төрлө фигуралар яһап ҡырҡырға һәм 180 градусҡа тиклем йылынған мейестә 10-15 минут тирәһе бешереп алырға. Һыуынған перәниктәрҙе глазурь менән биҙәргә.
Кекс
0,5 пакет ҡатыҡ, 1 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы сода, сәй ҡалағы осонда ғына тоҙ, 1-2 алма, 1-1,5 стакан он кәрәк буласаҡ.
Ҡатыҡҡа йомортҡа һытып, шәкәр, сода, тоҙ, шыйыҡ майҙы ҡушып венчик менән яҡшы итеп болғатырға. Самалап ондо ҡушып, бик шыйыҡ та, ҡуйы ла булмаған ҡамыр болғарға. Кекс һауытын майлап, ҡамырҙы ҡойоп, өҫтөнә туралған алмаларҙы төртөп сығырға. Эҫе мейестә бешереп алырға. Бешкәнлеген бысаҡ менән сәнсеп ҡарарға. Һыуынған кекстар өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп сығырға.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас