

“Йәшлек” ял паркында үткән был марафонға ҡушылыусылар ҙа арта бара. Иртә менән марафонға килеүселәр алдан уҡ баҫтырылған ҡағыҙға 2026 йылға вәғәҙәләрен, теләктәрен яҙып түштәренә таҡтылар. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Ғөбәйҙуллина район хакимиәте башлығы Венер Вахитов исеменән ҡотлап: “Барығыҙҙы ла Яңы - 2026 йыл менән ҡотлайым, һаулыҡ, уңыштар, именлек, тыныс күк йөҙө теләйем”, - тип, изге теләктәрен еткерҙе.
Бына түштәренә вәғәҙә иткән теләктәрен яҙып элгән йүгереүселәр старт һыҙығына баҫты. Унда ҡатнашыусыларға 2026 метрға йүгереү шарт ине. Бында “Сәләмәт тормош алып барырға”, “Яҡшы уҡырға”, “Ерҙә тыныслыҡ өсөн” һәм башҡа төрлө теләктәр яҙғандар ине. Марафонда төрлө йәштәгеләр ҡатнашты, ғаилә менән килеүселәр ҙә күп булды. Кемдер атлап, кемдер йүгереп, иң мөһиме – барыһы ла яҡшы вәғәҙәләр тормошҡа ашһын өсөн тейешле араны үтте.
Яңы йылда бар вәғәҙәләребеҙ, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, үҙебеҙ һау-сәләмәт, донъялар тыныс булһын, спорт менән бергә һәм яҡшы ниәттә булайыҡ!