Йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үткән сарала район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов, уҡыусылар, мәктәп коллективы һәм яугирҙың туғандары ҡатнашты. Уҡыусылар Ватаныбыҙ именлеген һаҡлаған яугирҙар тураһында шиғырҙар уҡыны, концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Арыҫлан Аҫылбаев Рәсих Ишмырҙа улының “Яугир һүҙе” шиғырын уҡығанда тамашасылар тулҡынланып, тын да алмай тыңланы. Һәр кем башҡаларҙың именлеге, улар бәхетле һәм тыныс йәшәһендәр өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙарҙың ҡаһарманлығы тураһында уйланғандыр был мәлдә.
Герой партаһын асыу хоҡуғы Рәсих Ишмырҙа улының ағаһы Сәлих Муллашев менән район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡовҡа бирелде. Сәлих Ишмырҙа улы ҡустыһы Рәсихтың бала сағы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның батырлығы бөгөнгө мәктәп уҡыусылары өсөн ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыр, тип билдәләне. Һуңынан сарала ҡатнашыусылар яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, Герой партаһына Ватан һаҡсыһы батырлығына ихтирам символы булған ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды.
Мәктәптәрҙә ошондай саралар үткәрелеүе, Герой партаһы булдырылыуы малайҙарға ватансылыҡ һәм хәрби бурыс төшөнсәләрен аңларға, ысын патриоттар, Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсылары булып үҫергә булышлыҡ итә лә инде. Махсус хәрби операцияның үҙ тарихы әлегә юҡ, әммә шаһиттары, үҙ геройҙары бар. Тап уларҙың исемдәре мәктәп тарихында мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Гүзәл ҮТӘГӘНОВА,
Ҡарағай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.