Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Ғинуар , 10:50

Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Урта Үтәш ауылынан Рима Әлмөхәмәт ҡыҙы менән Рәсүл Ибраһим улы Сәғитовтар тыуған көндәрен билдәләй. Һуғыш осоро балалары улар. Икеһе лә бәләкәйҙән ауыр яҙмышҡа дусар булып,ҡыйынлыҡтарҙа сыныҡҡандар. Һөҙөмтәлә, барлыҡ тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмайынса, матур, өлгөлө ғүмер итеп, үҙҙәрендәй аҡыллы, тырыш балалар үҫтереп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйҙәр.

Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр
Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр

- Аллаһы Тәғәлә беҙҙең яҙмышыбыҙҙы алдан уҡ билдәләп ҡуйғандыр инде. Бер ауылда, бер үк көндө донъяға килгәнбеҙ, икебеҙ ҙә атайһыҙ үҫтек, бергә уҡыныҡ һәм бына, 59 йыл бергә ғүмер итеп, балалар үҫтереп, бер көндө беребеҙ - юбилей, икенсебеҙ - тыуған көнөн билдәләргә йыйынабыҙ,- ти улар.
Рима апай ҙа, Рәсүл ағай ҙа атайҙарын хәтерләмәй.
- Улар киткәндә беҙ сәңгелдәктә ятҡан сабый ғына булып ҡалғанбыҙ. Инәйем әйтеүенсә, атайым Әлмөхәмәт 1941-ҙә һуғышҡа алынған, кавалерист булған. 1943 йылда “ҡара ҡағыҙы” килгән,- ти Рима апай.
- Шул осор балалары күргәнде беҙ ҙә күреп, кисереп үҫтек инде. Атай наҙы, атай хәстәре, ярҙамы тигәнде белмәнек. Икебеҙ бергә 7-се класҡа тиклем Оло Үтәштә уҡыныҡ. Артабан Еҙем-Ҡаранға йөрөп, 10-сы класты тамамланыҡ, - тип бала сағын иҫкә ала Рәсүл Ибраһим улы. - Уҡыу аралаш колхозда ла эшләнек.
Урта мәктәпте тамамлағас, Рәсүл ағай Ҡырмыҫҡалы ауылындағы бер йыллыҡ ауыл хужалығы мәктәбендә хисапсы-бухгалтер һөнәрен үҙләштерә һәм Мәжит Ғафури исемендәге колхозда механизация тармағы бухгалтеры булып эш башлай.
- Ул саҡта колхозда Шәрипов тигән кеше председатель ине булһа кәрәк, аҙаҡтан Динислам Мозафаров эш башланы. Колхоз икегә бүленеп, “Ағиҙел” колхозы барлыҡҡа килгәс, мин дә шунда күстем, - тип эш йылдарын барлай ғаилә башлығы. – Барлығы 35 йыл эшләп, хәтерем яңылышмаһа, 5-6 председателде “алмаштырҙым”,- тип шаяртып, көлөп тә алды. – Ялансылыҡ, малсылыҡ буйынса ла, “иҫәп-хисап өҫтәлендә” лә эшләнем. Төрлө хәлдәр, төрлө ваҡиғалар булды, әммә намыҫыма тап төшөрмәнем, ғәҙел эшләнем. Пенсияға сыҡҡас та әле байтаҡ йылдар хужалыҡтың ревкомиссия рәйесе вазифаһын башҡарҙым. Эшемдән дә, тормошомдан да ҡәнәғәт, Аллаға шөкөр, ауылдаштарым алдында йөҙөм яҡты.
Рима апай иһә мәктәпте тамамлау менән Еҙем-Ҡарандағы китап магазинында һатыусы булып эш башлай.
- Күп ваҡыт шул йылдарҙы уйлап, иҫкә алып ултырам да, ҡурҡмағанмын бит әлеү, тип үҙ-үҙемә һоҡланып ҡуям. Кисә генә мәктәпте бөткән бала килеш үҙ өҫтөңә шул тиклем яуаплылыҡ алсәле. Эш башлаған тәүге айҙа уҡ межрайбазаға барып, 1–ҙән 10-сы класҡа тиклемге дәреслектәр, дәфтәр, башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары һайлап, машина һорап, уға барыһын да тейәп ҡайтырға сыҡтыҡ. Бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа. Ул ваҡытта бит әлеге юлдар юҡ. Бата-сума, ауа-түнә тигәндәй, мең бәлә менән ҡайтып еттек. Шунда бер-бер хәл булһа... Тауарҙар зыян күрһә, минең елкәгә ята бит инде. Аллаһы Тәғәлә етем бала тип үҙе аралағандыр инде. Бында 3 йыл самаһы эшләгәс, аҙыҡ-түлек магазинына күстем,- тип теҙеп алып китте ул.
Бәләкәйҙән сынығып, ҡатҡыл, ҡыйыу булып үҫкән ҡыҙ ҙа һынатмай, төптән егелеп эшләй. Бер осор Еҙем-Ҡарандағы Көнкүреш йортонда ла эшләп, ауыл халҡы һорауы буйынса кейем-фәлән, йорт йыһаздары алып ҡайта, фотоға төшөү, көнкүреш техникаһын ремонтлау кеүек хеҙмәттәрҙе ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә.
- Эшләмәгән эш ҡалманы инде. Оло Үтәштә лә һатыусы булдым, колхозда сөгөлдөр ҙә үҫтерҙем, халыҡтан һөт тә йыйҙым. Халыҡтан рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеттем, эшемдән кешеләр ҙә, хужалар ҙа, үҙем дә риза булып, күңел биреп эшләнем, - ти хеҙмәт ветераны.
Үҙҙәрен белә-белгәндән бергә уҡып, аралашып, бергә эшкә йөрөгән йәштәр, ныҡлап аяҡҡа баҫҡас ҡына яҙмыштарын бергә бәйләй. Донъя йөгөн дә икеһе берҙәй төптән егелеп тарта. Татыулыҡта,берҙәмлектә йәшәп, биш балаға ғүмер бирә улар. Балаларына үҙҙәренә насип булмаған һөйөү, иғтибарҙы мулдан бүлеп, ышаныслы терәк-таяныс булып оло тормошҡа сығаралар. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Рима апай менән Рәсүл ағайҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап уңғандар,тырыштар. Улдары Рауил автомеханик, Рәмил агроном һөнәрен һайлай.
- Бер осор “Ағиҙел”дә өсәүләп эшләнек, атайым – бухгалтер, мин - автомеханик, ә Рәмил ҡустым агроном булды, - ти Рауил Рәсүл улы. Хужалыҡ тарҡалып юҡҡа сыҡҡандан һуң ул да бик күптәр кеүек вахта ысулы менән Себер тарафтарына эшкә йөрөй. Красноусолда төпләнгән Рәмил дә шулай уҡ Себер тарафтарында эшләй. Рәсимә ҡыҙҙары ғаиләһе менән Стәрлелә, Рисәлә – Салауатта, ә Рәзилә Ҡырмыҫҡалыла йәшәй һәм эшләй. Рима апай менән Рәсүл ағай бөгөн 11 ейән-ейәнсәрҙең, 3 бүлә-бүләсәрҙең яратҡан өләсәй-олатайы.
– Тигеҙлектә оҙаҡ йәшәү Хоҙай Тәғәләнән бирелгән һәм уны шөкөр итеп, рәхмәтле булып йәшәргә кәрәк. Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә. Йәшлектә эштән башҡаны белмәнек. Әле лә бына, күңелем менән әллә нимәләр эшләр инем дә, юҡ, ҡартайҙыҡ, ҡулдан килмәй. Шулай ҙа үткән йылдар зарланырлыҡ түгел. Элекке ауырлыҡтар, мохтажлыҡ юҡ. Донъялар ғына тыныс, имен булһын, һуғыштар туҡталып, барса уландар иҫән-имен ҡайтһындар. Сабыйҙар беҙҙең кеүек атайһыҙ үҫмәһен тип теләйбеҙ, - ти Сәғитовтар.
Теләгәндәрегеҙ юш килһен, хөрмәтле ветерандар. Юбилейығыҙ уңайынан беҙ ҙә һеҙҙе ихлас ҡотлап, тағы ла оҙаҡ йылдар бөгөнгөләй тормоштан ҡәнәғәт, рәхмәтле булып йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр
Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр
Үткәндәренән ҡәнәғәт, бөгөнгөһөнә рәхмәтлеләр
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас