Шулай итеп, 2024-25 йылдарҙа иң әүҙем яҙышҡан, ҡыҙыҡһынып уҡылған, шунлыҡтан гәзит премияһына иң лайыҡ авторыбыҙ Красноусолдан Дәриғәт Муллағәле улы Рәхимов булып сыҡты!
Д.М.Рәхимовты районыбыҙ йәмәғәтселеге абруйлы мәктәп директоры, Красноусол башҡорт гимназия-интернатын астырыуға, булдырыуға, алдынғы һәм абруйлы белем биреү йорто итеүгә ҙур көс һалған шәхес тип белә. Шул уҡ ваҡытта ул – ҡәләм оҫтаһы ла. “Табын” гәзите биттәрендә уның үҙ тыуған төйәге (Белорет районына ҡараған Һаралы, Баҡый ауылдары), байтаҡ ғүмере үткән Мәндем ауылы, ундағы урман пункты, уңған хеҙмәт кешеләре тураһындағы мәҡәләләрен яҡшы хәтерләйҙер. Үҙенә генә хас күҙәтеүсәнлек, мәрәкәселлек, бай һүрәтләү алымдары уның мәҡәләләрен әллә ҡайҙан танытып тора.
- Яҙышыу – һеҙҙең өсөн нимә ул, темаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ? – тигән һорауға ул:
- Тема ни, кешеләр менән аралашҡан-һөйләшкәндә, берәй ваҡиғаларға ҡарата, йә үткәндәр иҫкә төшкәндә үҙенән-үҙе килеп сыға, яҙып ҡуймай булдырып булмай, - тип яуап бирҙе.
- Тәүге мәҡәләгеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
- Афғанстанда интернацио-наль бурыс үтәгәндә һәләк булған Мәндем ауылы егете, уҡыусым Юныс Зәйнуллинды мәктәп эргәһендә ерләгәс, матәм сараһынан һуң яҙғайным. Тәрән кисереп, уйланып яҙғанғалыр, ныҡ иҫтә ҡалған, ул “Йондоҙ”ҙа баҫылды. Артабан да яҙышып торҙом, башлыса экология проблемаларын, тәрбиә темаһын күтәрҙем.
- Һеҙ “Табын”дың мөхәррире булырға ла ихтимал инегеҙ...
- Эйе, “Табын” сыға башлағас, уға ныҡ әүҙем яҙыштым, үҙгәрештәр, яңылыҡтар осоро ине бит, фекерләшер темалар ҙа етерлек ине. “Табын”дың беренсе баш мөхәррире Ниязбай Сәлимов Өфөгә күскәндә мине үҙ урынына ҡалдырырға ныҡ тырышҡайны. Ләкин үкенмәйем, уҡытыусылыҡ булмышыма тоғро ҡалдым. Ә гәзит аша районда башҡорт мәктәбе асыу кәрәклеге хаҡында бик күп яҙҙым. Инновацион уҡыу йорттары хаҡында булған барлыҡ яҙмаларҙы уҡып, танышып, тәжрибәләрен өйрәнеп, үҙебеҙҙә нисегерәк эшләп булырын фекерләп йөрөй инем, мәҡәләләрем менән район йәмәғәтселеген дә әҙерләгәнмендер, тим.
- Һеҙ – заманса кеше, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә әленән-әле төрлө яҙмаларығыҙ сығып тора. “Хейтерҙар” бәйләнмәйме?
- Интернетта яҙғандарымды башлыса яратып ҡабул итәләр. Үҙемә тура мөрәжәғәт итеп тә яҙалар. Уҡыусыларым араһында билдәле генә кешеләр, яҙыусылар ҙа бар, улар ҙа дәртләндергес фекерҙәрен белдерә. Кемдәргәлер яҙғандарым оҡшай, хатта кәрәк икән, темалар табылыр, яҙышып торормон, тим.
- Һеҙгә тик уңыштар һәм әлбиттә, һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ! “Табын” биттәрендә лә артабан да һеҙҙең мәҡәләләр донъя күреп торһон!
МӨХӘРРИРИӘТ.