Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 09:00

Афарин - 2025

"Табын" гәзите мөхәрририәте күптәнге йолаға тоғро ҡалып, уҙып киткән йылда райондың ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе билдәләй. "Йыл кешеләре" тип бына кемдәр билдәләнде:

Афарин - 2025
Афарин - 2025

Илһөйәр тәрбиәләгән атайҙар өсөн йәмәғәт наградаһы Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалы тәҡдиме менән булдырылып, ул ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашҡан һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы патриоттарҙың аталарына тапшырыла. Быйылғы йылда районыбыҙҙан беренселәрҙән булып “Ватан һаҡсыһы атайы” йәмәғәт миҙалына Аҡкүл ауылынан Рәфис Харисов лайыҡ булды. Ул 2023 йылдың 30 сентябрендә МХО-ла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Илшат Харисовтың атаһы. Рәфис Исмәғзәм улы тормош иптәше Рәйфә Фаат ҡыҙы менән ауыр минуттарҙа үҙҙәрендә көс табып, әлеге көндә махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү йәһәтенән өлгө күрһәтәләр. Шулай уҡ ошо йүнәлештә һәр сарала ҡатнашып, яугирҙарҙың атай-әсәйҙәрен бергә туплаусылар ҙа. Рәфис Исмәғзәм улы заманында “Забельский” совхозы директоры, Аҡкүл ауыл советы рәйесе, партком секретары, “Ленинизм”, Салауат исемендәге колхоздарының рәйесе булып һәм башҡа төрлө хеҙмәт юлы үтеп, хөрмәт, абруй ҡаҙанған кеше лә. Тормош иптәше менән Илшат улдарын, Ләйсән ҡыҙҙарын тәрбиәле итеп үҫтереп, бөгөнгө көндә өс ейәнгә, бер ейәнсәргә олатай-өләсәй ҙә улар.

Автор: Альфия Валиева
Читайте нас