Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 09:00

Афарин - 2025

"Табын" гәзите мөхәрририәте күптәнге йолаға тоғро ҡалып, уҙып киткән йылда райондың ижтимағи-сәйәси, рухи-мәҙәни тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған шәхестәрҙе билдәләй. "Йыл кешеләре" тип бына кемдәр билдәләнде:

Афарин - 2025
Афарин - 2025

Миңнисәрә Мөхәмәҙи ҡыҙы Заһиҙуллина, хеҙмәт ветераны, “Ышаныслы тыл” көмөш ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе.
Үткән йыл һуҙымында гәзитебеҙ битендә әленән-әле “Ышаныслы тыл” ирекмәндәренең эше хаҡында яҙып сыҡтыҡ. Ысынлап та, көмөш ирекмәндәрҙең эше маҡтауға лайыҡ. М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы етәксеһе Рәмзиә Насирова ла уларҙың эшен юғары баһалай. Улар урындарҙан әҙер посылкалар килтергәнде көтөп ултырмай, үҙҙәре был эштең уртаһында ҡайнайҙар: госпиталдәге яугирҙар өсөн эске кейем тегәләр, кәрәк-яраҡтар туплап посылка әҙерләйҙәр, алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн туҡмас киҫәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, бауырһаҡ бешерәләр. “Ышаныслы тыл” ирекмәндәре генә махсус операция биләмәһенә төрлө үлсәмдәге 380 маскировка селтәре үреп оҙатты. Улар шулай уҡ ауылдарға сығып, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә лә өлгөрәләр. Бынан тыш, көмөш ирекмәндәр әленән-әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән сәй табыны артында осрашыуҙар ойоштора, уларҙың һәр береһенә изге теләк-доғалар менән бүләктәр тапшыра. Яугирҙарҙың үтенестәре буйынса нимәлер алырға кәрәк булһа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә хәйриә концерты менән ауылдарға сығалар. Бөтә ошо эштәрҙең башында тап Миңнисәрә Мөхәмәҙи ҡыҙы тора ла инде. Көмөш ирекмәндәргә “Афарин!” тип, уларға ныҡлы һаулыҡ, Еңеүҙе яҡынайтыу маҡсатындағы изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

М.Мәмәтҡолова.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас