Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 09:00

“Атай ҡаһарманлығы” миҙалы номинанты

Красноусол ауылынан Фирғәт Тәлғәт улы Зәйнуллинға Республика Йәмәғәт палатаһынан “Атай ҡаһарманлығы” миҙалына номинант Дипломы тапшырылды.

“Атай ҡаһарманлығы” миҙалы номинанты
“Атай ҡаһарманлығы” миҙалы номинанты

Билдәле булыуынса, “Атай ҡаһарманлығы” миҙалы 2020 йылдан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы башланғысы менән төбәктәге Ғаилә сәйәсәте концепцияһына ярашлы тапшырыла. Проекттың маҡсаты - әхлаҡи йәһәттән дәртләндереү һәм балалар тәрбиәләгән, сәләмәт тормош алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын һаҡлауға, йәмғиәттәге мөхитте яҡшыртыуға шарттар булдырған, район һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарға бирелә.
Фирғәт Тәлғәт улы – өлгөлө ғаилә башлығы. Тормош иптәше Фәүзиә Сәғиҙулла ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам итәләр.
Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә, тиҫтәләрсә йыл һуҙымында Табын ауылындағы приютта тәрбиәләнгән балаларға даими ярҙам иткән Зәйнуллиндар ғаиләһен районда белмәгән кеше юҡтыр. Махсус хәрби операция башланған тәүге айҙарҙан Фирғәт Тәлғәт улы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә, күп тапҡырҙар гуманитар ярҙам алып барҙы.
-Ошондай өлгөлө ғаиләләр районыбыҙ ғорурлығы, улар башҡаларға өлгө булып тора, - тине район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы уға Диплом тапшырғанда.
Әйткәндәй, 2024 йылда “Табын” гәзите мөхәрририәте лә район тормошонда әүҙем ҡатнашыуы, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙамы һәм башҡа изге ғәмәлдәре өсөн Фирғәт Тәлғәт улы Зәйнуллинды “Йыл кешеһе” тип билдәләгәйне.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас