Кемгәлер әсәй, өләсәй, апай, дуҫ, кәңәшсе, бар яҡшылығын, күңел йылылығын, йөрәген бүлеп бирерҙәй изге йәнле яҡыны ла булған алсаҡ, туғансыл, ярҙамсыл юбилярға йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен еткерергә ашҡынған туғандарының ҡотлау сәләмдәрен ғинуар елдәре беҙҙең тарафтарға ла килтереп еткерҙе.
Айгөл Буранова Ҡауарҙы ауылында Фатанат Хәлил ҡыҙы менән Фәрит Абдрахман улының күркәм ғаиләһендә иң кесеһе булып тыуып үҫкән. Шуға ла өс ағаһының, ике апаһының һөйөү нурҙарына, йылы ҡараштарына солғанып үҫә ул. Атаһы иртә баҡыйлыҡҡа күсә, уға 8 йәш кенә була ул ваҡытта. Әсәһе балаларына бар яҡтан да өлгө күрһәтеп, уларҙы тәрбиәле, эшсән, уңған итеп үҫтерә. Тыуған ауылында урта мәктәпте уңышлы тамамлаған тырыш ҡыҙ, Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортоноң данлыҡлы бейеү ансамбле етәксеһе, хореограф Валерий Сәғит улы Кантюков тырыш, һомғол буйлы ҡыҙҙы тәүге көндәрҙән үк солистка итеп ала. Мәктәп йылдарында уҡ башланғыс класс уҡытыусыһы Асия апаһы етәкселегендә класс менән концерттар ҡуйып, сәхнәнән төшмәгән ҡыҙ, студент сағында университеттың бейеү ансамбле менән республиканың ҡала-райондарында, сит өлкәләрҙә, хатта Мәскәүҙә лә концерттар ҡуйып, бейеп йөрөйҙәр. Шулай күңелле студент йылдары ла үтеп китә. Диплом алғас, бер факультетта уҡып, дуҫлашып йөрөгән Бөрйән районы Байназар ауылы егете менән өйләнешеп, йәш белгестәр шул тарафтарға эшкә ҡайта. Нәҡ шул мәлдә уға күңеле тартылған эш тәҡдим итәләр. Данлыҡлы Бөрйән еренә килен булып төшкәс, күңеле сәхнәгә, бейеүгә тартылған Айгөл Фәрит ҡыҙы клубҡа эшкә урынлаша һәм икенсе көнөнә үк сәхнәлә бейеп, барыһын таң ҡалдыра. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә технологиянан да өҫтәмә дәрестәр бирә. 350 балаһы булған Байназарҙа сәнғәт мәктәбе асылғас, бейеү дәрестәре алып бара. Ошо өлкәлә белем кәрәк икәнен аңлай һәм ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу техникумына уҡырға кереп, хореография – халыҡ бейеүҙәре бүлеген тамамлай. Бөрйәндә эшләү дәүерендә ҙур ғына уңыштарға өлгәшә Айгөл Фәрит ҡыҙы етәкләгән бейеү коллективтары. Ә инде “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһендә балалар менән ҡатнашыуҙары йәш белгестең күҙен асҡан кеүек була. Тағы ла яңы бейеүҙәр һалып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Хәҙер инде Айгөл Буранованың уҡыусылары төрлө филармония, бейеү коллективтарында бейейҙәр, күптәре үҙҙәре балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтә.
Әммә тормош уйламағанда төрлө боролоштар ҙа яһай шул. Ғүмер юлдашы вафат булып, 2014 йылда өс улы менән тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә ул. Красноусолда өй һатып алып, инәһен дә үҙ тәрбиәһенә ала, һуңынан матур итеп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙата. Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында өҫтәлмә белем биреү педагогы булараҡ, уҡыусыларға бейеү дәрестәре бирә. Ошо эштә әле лә уңыштарға өлгәшеп эшләп йөрөй. Йыл һуҙымында районда уҙған һәр мәҙәни сараның сағыу биҙәге лә Айгөл Буранованың бейеүселәре. Уның өсөн бейеүҙәрҙең халыҡсан булыуы мөһим. Үҙ авторлығындағы “Быяла ярсыҡ – уйынсыҡ”, “Уҡлыҡая ауазы”, “Көмөш һырғалар”, “Ҡаран шишмә” бейеүҙәрен барыһы ла яратып, көтөп ала. Ижади коллективтың уңыштары һанап бөткөһөҙ, былар барыһы ла балаларҙың күңелендә бейеүгә һөйөү уята белгән, үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, барлыҡ тырышлығын һалып улар менән шөғөлләнгән уҡытыусының хеҙмәт емештәре.
Һәләтле кеше бар яҡтан да һәләтле, тигәндәй, бейеүсе балалар өсөн үҙе төрлө биҙәүестәр - хәситә, түшелдерек, алҡа, сулпылар ҙа эшләй. Һәйбәт репертуарҙан тыш, һәр бейеүгә айырым тегелгән матур, сағыу сәхнә кейемдәре кәрәк. Был тәңгәлдә лә халыҡсан бейеү кейемдәрен үҙенең ижади һәләтен ҡушып тегеүгә тәҡдим итә. Талапсан, тырыш булған Айгөл Фәрит ҡыҙы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша, район Советы депутаты ла булып тора.
Эйе, ғүмер һуҡмағының йомғаҡтарын һүтә башлаһаң, күпме йылдар үтеп тә киткән. Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, күпме хәсрәттәр, мәшәҡәттәр осраған. Эшенең еңел түгел икәнен үҙе генә белә. Ныҡышмал, тырыш, сабыр, талантлы кешеләр генә бейеү сәнғәтен үҙ итәлер. Айгөл Фәрит ҡыҙы уңған, өлгөлө хужабикә лә. Улдарын да эшсән, тәрбиәле итеп үҫтергән. Оло улы Азамат Мәскәүҙә политехник университет тамамлап, Өфө ҡалаһында кәләше - Имәндәш һылыуы Әлфиә менән Роберт исемле ул үҫтерәләр. Айҙар Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡып, әлеге көндә заводта эшләй. Булат Башҡорт дәүләт педагогия университетының инженер-программист факультеты студенты. Улар барыһы ла ҡәҙерле кешеләренең терәге, таянысы, өмөтө.
- Беҙҙең һөнәр тик тороуҙы үҙ итмәй, шуға ла эҙләнергә, йөрәк йылыңды һалып эшләргә кәрәк. Аллаға шөкөр, ғорурланырлыҡ улдарым, терәк булырҙай туғандарым бар. Дини тәртипте үҙ итеп, матур итеп бергә-бергә йәшәйбеҙ. Донъялар имен тороп, һаулыҡ булһа, эшләп йөрөү үҙе бәхет, - ти талантлы хореограф Айгөл Фәрит ҡыҙы.
Бына шулай көндәлек мәшәҡәттәр менән алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, сәнғәткә ғашиҡ балалар тәрбиәләүгә күп көс һалып, һомғоллоҡ, нәзәкәтлектең, саялыҡтың үҙе булып, бейеүҙәрендә милли асылыбыҙҙы яҡтыртып йәшәй ул. Айгөл Фәрит ҡыҙы өсөн бейеү уның булмышы ла, күңелеңдәге ялҡынды башҡаларға еткереү ҡөҙрәте лә. Артабан да тамашасыларҙы яңынан-яңы дәртле, матур бейеүҙәр менән ҡыуандырып, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулап, шулай туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ һөйөүендә, хөрмәтендә йәшәргә яҙһын. Матур ғүмер байрамығыҙ матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен.