Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ғинуар , 16:42

“Полиция Ҡыш бабайы” балаларҙы ҡотланы

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы йыл һайын “Полиция Ҡыш бабайы” тигән акция уҙғара.

“Полиция Ҡыш бабайы” балаларҙы ҡотланы
“Полиция Ҡыш бабайы” балаларҙы ҡотланы

Был акцияла Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә йылдың-йылы әүҙем ҡатнаша. Яңы 2026 йылды ҡаршылағанда ла бүлек хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре шефлыҡ иткән Табын ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнеүсе балалар янында булды. Полиция Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыу балаларҙы мөғжизәле байрам менән ҡотланы, уларға татлы бүләктәр тапшырҙы (һүрәттә).

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас